

Урындағы таланттарыбыҙ ысын актерҙарҙан бер ҙә кәм түгел! Ролдәрҙе хатта килештереп уйнанылар, “алты ҡыҙ” араһында берҙән-бер “кейәү” – Башҡортостандың атҡаҙанған артисы, күренекле “Ҡыҙыл мәсет” төркөмө “һандуғасы” Ғәлим Кинйәбулатовтың актерлыҡ оҫталығын айырыуса юғары баһаланы тамашасы.
Һәләтле режиссер Фәимә Аҡъюлова үҙе лә секретарша ролен оҫта башҡарып, комедияға йән өрҙө.
Әйткәндәй, сәхнә әҫәре жанры буйынса комедия һаналһа ла, тормош ауырлығын, ҡатын-ҡыҙҙарҙың әсе яҙмышын да сағылдырып, бер аҙ уйланырға, күҙ йәштәре, әсе һағыш аша көлөргә мәжбүр итте.