Мораҙым
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
МӘҘӘНИӘТ
3 Февраль 2023, 14:45

"Илем!" тип янып-көйөр тик ысын ирҙәр

 Рәсәй буйынса ҙур танылыу алған “Зеленые береты” легендар ансамбле Бөйөк Еңеүҙең 78 йыллығына арнап һәм әлеге ваҡытта махсус операцияла ҡатнашыусы егеттәрҙе ҡеүәтләп мәктәп балалары һәм өлкәндәр өсөн районда концерт ҡуйҙы.  Афған, Чечня, Абхазия... Күп утлы юлдарҙы үткән ансамблдең етәксеһе – БР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Рашат Фазлиәхмәтов һәм Илгиз Әсләм улы Хинсертдинов башҡарыуында хәрби-патриотик йырҙар 2 февраль – Рәсәйҙең Хәрби дан көнөндә бигерәк тә актуаль яңғыраны.

"Илем!" тип янып-көйөр тик ысын ирҙәр
"Илем!" тип янып-көйөр тик ысын ирҙәр

 Сая рухлы, иле өсөн янып көйгән “Зелены береты” ир-егеттәре күренекле артист Радик Динәхмәтов менән берлектә көҙгөһөн Пенза ҡалаһында хәрби әҙерлек үтеүсе яҡташтарыбыҙ өсөн өс концерт ҡуйып, полковник А.Панфиловтың Рәхмәт хатына лайыҡ булған.

 Концерт программаһы хәҙер инде “береттар”ҙың гимнына әүерелгән “Кандагар” йыры менән башланды һәм тамамланды. Йырҙың һүҙҙәрен афған һуғышынан иҫән ҡайтып, мәғәнәһеҙ 90-сылар башында йыртҡыстар ҡулынан һәләк булған Илдар Шәрипов яҙған, шуға күрә лә утты-һыуҙы кискән хәрбиҙәр өсөн айырыуса ҡәҙерле, яҡын. Мәктәптә яратып көйләгән Бөйөк Ватан һуғышы йырҙары хәтерҙе яңыртты, берсә йөрәккә дәрт, берсә һағыш бөрктө. Яу ҡырында һәләк булған батырҙарыбыҙ бер минутлыҡ тынлыҡ менән иҫкә алынды.

 Район хакимиәте башлығы урынбаҫары Михаил Чижков яҡшы ниәттәр менән халыҡ алдында сығыш яһаусы “Зеленые береты” ансамбле егеттәренә аҡ теләктәрен еткереп, уларға Күгәрсен районы хакимиәтенең Рәхмәт хатын тапшырҙы.

 Әйткәндәй, “Зеленые береты” ансамбленең патриотик йөкмәткеле һәм юғары маҡсаттарға нигеҙләнгән (тамашанан ингән аҡсаның ярты өлөшө урында, бөгөн Украина ерендә хәрби бурысын үтәүсе егеттәргә гуманитар ярҙам булып ҡала) концерттары республиканың төрлө район-ҡалаларында 23 февралгә тиклем дауам итә. 20 йыл эсендә ҡуйған концерттарҙан ингән аҡсаға был коллектив 2500-ҙән артыҡ мемориал таҡтаташ һәм 5 һәйкәл эшләткән. Үҙҙәре лә ауыр юлдар үтеп, Бөйөк Ватан һуғышында, Афған, Чечня һәм башҡа ҡыҙыу нөктәләрҙә һәләк булған ил улдарының исемдәрен мәңгеләштереү, әлеге ваҡытта Украинала махсус операцияла ҡатнашыусы яҡташтарыбыҙҙың ҡаһарманлығын йәш быуынға өлгө итеп ҡуйыу маҡсатында ҙур патриотик эш башҡарыусы “береттар”, тимәк, бөгөн дә Ватанына, халҡына тоғро хеҙмәттә, сафта!     

 

 

 

Автор:Гульшат Саитбаталова
Читайте нас: