Мораҙым
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
МӘҘӘНИӘТ
27 Ғинуар 2023, 09:35

Мәртәбәле премия - лайыҡлыларға

 Арҙаҡлы яҡташыбыҙ, ил инәһенең тыуған төйәге – Туйөмбәт ауылында уҙған Зәйнәб Биишева исемендәге әҙәби премияны тапшырыу тантанаһы күңелдә тик яҡты тәьҫораттар ҡалдырҙы.  Быйыл мәртәбәле премияға хөрмәтле коллегабыҙ – “Мораҙым” гәзитенең яуаплы секретары, РФ һәм РБ журналистар союзы ағзаһы Гөлназ Сәйетбатталова менән Мораҡ 1-се урта мәктәбенең рус теле уҡытыусыһы, “Оло Эйек” ижади берекмәһенең етәксеһе Алһыу Хәлитова лайыҡ булды.

 Гөлназ Миңлеәхмәт ҡыҙы район халҡына уҡымлы мәҡәләләре һәм хикәйәләре менән яҡшы таныш. Уның яңыраҡ сыҡҡан “Тарихта ҡалыр исемдәр” китабында Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары, тыл эшсәндәре, яугир-интернационалистар тураһында яҙылған публицистик мәҡәләләре, хикәйәләре һәм тормош күренештәре урын алған.

 Алһыу Хәлитованың тормошсан хикәйәләре район һәм республика баҫмаларында донъя күрҙе. “Әҫәрҙәремдәге геройҙар бөтәһе лә тормоштан алынған, улар – тыуған төйәгем булған Мәҡсүт ауылы кешеләре, туғандарым, яҡындарым, уҡыусыларым”, - ти ул.

 Мәртәбәле премия, әлбиттә, ҡыҙҙарҙы яңы ижади асыштарға, үрҙәргә әйҙәр өсөн нигеҙ булып торор, артабан да дәртләнеп эшләргә көс бирер.   

Автор:Гульшат Саитбаталова
Читайте нас: