Мораҙым
+23 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
МӘҘӘНИӘТ
7 Ғинуар 2023, 14:36

"Самауыр ғали йәнәптәре"

Мәҡсүт күп функциялы ауыл клубы хеҙмәткәрҙәре "Ағинәйҙәр ҡоро" йәмәғәт ойошмаһы ағзалары менән берлектә "Самауыр ғали йәнәптәре" тип аталған мәҙәни сара үткәрҙе. Өләсәйҙәр ҡомартҡыһы булып ҡалған, хәҙер инде байрам табындарында ғына йырлап табын йәмләгән самауырҙың ҡайҙан килеп сығыуын, ҡайҙа эшләүҙәрен, нишләп улай аталыуын белеү балаларға ла ҡыҙыҡ булды. Сәй эсеү, сәйгә саҡырыу үҙенсәлектәре, шифалы үлән сәйҙәре менән дә танышты улар, йомаҡтар ҡойоп, викторина һорауҙарына тапҡыр яуап биреп, аҙаҡ тәм-том менән үлән сәйҙәре эсеп кинәнделәр.  

Мәҡсүт күп функциялы ауыл клубы хеҙмәткәрҙәре "Ағинәйҙәр ҡоро" йәмәғәт ойошмаһы ағзалары менән берлектә "Самауыр ғали йәнәптәре" тип аталған мәҙәни сара үткәрҙе.

Өләсәйҙәр ҡомартҡыһы булып ҡалған, хәҙер инде байрам табындарында ғына йырлап табын йәмләгән самауырҙың ҡайҙан килеп сығыуын, ҡайҙа эшләүҙәрен, нишләп улай аталыуын белеү балаларға ла ҡыҙыҡ булды. Сәй эсеү, сәйгә саҡырыу үҙенсәлектәре, шифалы үлән сәйҙәре менән дә танышты улар, йомаҡтар ҡойоп, викторина һорауҙарына тапҡыр яуап биреп, аҙаҡ тәм-том менән үлән сәйҙәре эсеп кинәнделәр.

 

"Самауыр ғали йәнәптәре"
"Самауыр ғали йәнәптәре"
Автор:Айгөл Айытҡолова
Читайте нас: