Мораҙым
+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
МӘҘӘНИӘТ
26 Декабрь 2022, 14:42

Ҡотлайбыҙ!

 Арҙаҡлы композитор, Башҡортостандың халыҡ артисы, атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Рим Хәсәнов исемендәге  “Ҡышҡы романс” актер йыры конкурсының еңеүсеһе - Күгәрсендән! Яҡшымбәт ауылында тыуып үҫкән Салауат драма театры актеры Рафаэль Ғәйнуллин йыр бәйгеһендә Гран-при яуланы!

Рафаэль Ғәйнуллин - Күгәрсен районы егете. Мәктәптә уҡыған йылдарында уҡ шиғыр яҙа, йырҙар йырлай, бейей, ғөмүмән, бер генә мәҙәни сара ла уның ҡатнашлығынан башҡа үтмәй. Тырыш егет Өфөләге Рәми Ғарипов исемендәге гимназияла тамамлай. Артист булырға уйы ла булмай, әммә бер осраҡ яҙмышын хәл итә.

- Бер төркөм уҡыусылар Наил Ғәйетбаевтың «Төн» драмаһын ҡуйырға әҙерләнәләр. Миңә бер кабинеттан асҡыс кәрәк ине. Репетиция барған залға шым ғына индем дә  сығып китеп барам. Шунда мине туҡтатып: «Кил әле, кил, һиңә хәҙер бер роль бирәбеҙ, шуны уйнарһың», - тинеләр. Аптырап ҡалдым. Кире образ ине, ләкин мин уны шул тиклем бирелеп уйнаным. Спектакль тамамланғандан һуң, залда ултырыусы абруйлы апай-ағайҙар, шул иҫәптән Наил ағай Ғәйетбаев саҡырып алып: «Ҡустым, һинең урының театрҙа. Яҙмышыңды сәнғәт менән бәйләргә тейешһең», - тинеләр. Шулай килеп сыҡты ла, - тип һөйләй актер.

 

Ҡотлайбыҙ!
Ҡотлайбыҙ!
Автор:Айгөл Айытҡолова
Читайте нас: