Мораҙым
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
МӘҘӘНИӘТ
9 Декабрь 2022, 09:34

Быуат аманатына тоғролоҡ

Республиканың иң абруйлы баҫмаларының береһе "Ағиҙел" 100 йыллығын билдәләй. Бай йөкмәткеле нәфис-әҙәби журнал аша беҙ башҡорт халҡының үткәне, тарихы, мәҙәниәте, әҙәбиәте менән танышабыҙ, һүҙ ҡәҙерен аңлайбыҙ, ҡәләм ҡөҙрәтенә инанабыҙ.  Кисә район китапханаһында "Ағиҙел" журналының "Аҡмулла арбаһы" тигән проекты сиктәрендә "Быуат аманатына тоғролоҡ" тигән ижади осрашыу булды. Сарала баҫманың баш мөхәррире, яҙыусы, журналист Мөнир Ҡунафин, уның урынбаҫары, яҙыусы Әхмәр Үтәбаев, "Башҡортостан ҡыҙы" журналының баш мөхәррире Гөлназ Ҡотоева, "Һәнәк" сатира һәм юмор журналы мөхәррире, прозаик Миләүшә Ҡаһарманова, журналдың яуаплы секретары, шағир Илгиз Ишбулатов, район китапханасылары, ижадсылар, мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре, "Ағинәйҙәр" ҡоро ағзалары ҡатнашты. Район Советы секретары Руслан Әхмәров район хакимиәте башлығы Марат Исҡужин исеменән коллективҡа ҡотлау адресы, рәхмәт хаттары тапшырҙы.     

Быуат аманатына тоғролоҡ
Быуат аманатына тоғролоҡ

Республиканың иң абруйлы баҫмаларының береһе "Ағиҙел" 100 йыллығын билдәләй. Бай йөкмәткеле нәфис-әҙәби журнал аша беҙ башҡорт халҡының үткәне, тарихы, мәҙәниәте, әҙәбиәте менән танышабыҙ, һүҙ ҡәҙерен аңлайбыҙ, ҡәләм ҡөҙрәтенә инанабыҙ. 

Кисә район китапханаһында "Ағиҙел" журналының "Аҡмулла арбаһы" тигән проекты сиктәрендә "Быуат аманатына тоғролоҡ" тигән ижади осрашыу булды.

Сарала баҫманың баш мөхәррире, яҙыусы, журналист Мөнир Ҡунафин, уның урынбаҫары, яҙыусы Әхмәр Үтәбаев, "Башҡортостан ҡыҙы" журналының баш мөхәррире Гөлназ Ҡотоева, "Һәнәк" сатира һәм юмор журналы мөхәррире, прозаик Миләүшә Ҡаһарманова, журналдың яуаплы секретары, шағир Илгиз Ишбулатов, район китапханасылары, ижадсылар, мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре, "Ағинәйҙәр" ҡоро ағзалары ҡатнашты. Район Советы секретары Руслан Әхмәров район хакимиәте башлығы Марат Исҡужин исеменән коллективҡа ҡотлау адресы, рәхмәт хаттары тапшырҙы. 

 

 

Автор:Айгөл Айытҡолова
Читайте нас: