Мораҙым
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
МӘҘӘНИӘТ
16 Ноябрь 2022, 09:48

Картуф байрамы

Кисә Яңы Хвалын ауылы клубында “Картуф байрамы” байрамы уҙҙы. Юлдыбай һәм Нуҡай ауыл биләмәләренең мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре әҙерләгән тамаша шәп булды, бөтәһенә лә оҡшаны.  

Картуф байрамы
Картуф байрамы

 Байрам сараһында ауыл уңғандары үҙ ҡулдары менән етештергән тауарҙарын тәҡдим итте. Шулай уҡ ауыл уңғандары әҙерләгән, бешергән ризыҡтарҙан, төрлө йәшелсәләрҙән эшләнгән композицияларҙан сағыу күргәҙмә ойошторолдо. Юлдыбай, Һатлыҡ һәм Яңы Хвалын ауылы китапханасылары "Йәшелсәгә йәшел урам" исемле әҙәби күргәҙмә менән таныштырҙылар. Күргәҙмәлә картуф, йәшелсәләр тураһында төрлө мәғлүмәт тупланғайны.
 Байрам картуфтың файҙаһы һәм ҡыҙыҡлы тарихы тураһында әңгәмә мҽнән башланып киттҽ. Артабан картуф тураһында йомаҡтар сисҽп, мәҡәл-әйтҽмдәр әйтҽшҽп, шиғырҙар уҡып , таҡмаҡтар, йырҙар йырлап, ҡыҙыҡлы мәҙәктәр күрһәтелде. Аш-һыу әҙерләү буйынса мастер-класс та күрһәтелде. Байрам музыкаль сәләм менән тамамланды.
Сара һуңында тәмлҽ ризыҡтар мҽнән тулы өҫтәлдәр артында күңелле итеп һөйләшәш-һөйләшә сәйҙәр эстҽк. Байрамдан халыҡ быйылғы йылдың шифалы ямғырҙарына рәхмәттәр әйтҽп, киләһҽ йылдарға яңы маҡсаттар билдәләп, изгҽ тҽләктәр әйтҽп таралды.

Автор:
Читайте нас: