+28 °С
Болотло


Йыл һайын Рабиғел әүүәл айының 12-се көнөндә мосолман донъяһында ҙур тантана – Мәүлит байрамы үткәрелә, быйыл ул 7 октябргә тура килде.
Йола буйынса, Мөхәммәт ғәләйһис-сәләмдең тыуған көнөндә, йәғни Мәүлит байрамында мәсеттәрҙә пәйғәмбәребеҙгә бағышлап хөтбәләр уҡыла, вәғәздәр һөйләнә, салауат әйтелә.
Бикбулат ауылының "Мәхийән" мәсетендә лә Мәүлит кисен билдәләнеләр, Ислам динен тотоусылар һый-хөрмәт тулы табын әҙерләп, милләттәштәрен һыйланылар.