

Әйткәндәй, уның күп йыллыҡ тырыш хеҙмәте Башҡортостан һәм Татарстан Республикалары мәҙәниәт министрлыҡтарының, Төрксой ойошмаһының бик күп рәхмәт хаттары, маҡтау ҡағыҙҙары, “Әхмәт-Зәки Вәлиди Туған” һәм “Төрксойҙың 20 йыллығы” миҙалдары менән билдәләнгән.
Башҡортостан мәҙәниәтен, сәнғәтен, әҙәбиәтен төрки донъяһында таратыуға һәм халҡыбыҙҙың онотолоуға дусар ителгән тарихи уҙғандарын тергеҙеүгә ҙур көс һалған яҡташыбыҙҙы маҡтаулы исемгә лайыҡ булыуы менән ихлас ҡотлайбыҙ!