Мораҙым
+22 °С
Ямғыр
МӘҘӘНИӘТ
13 Сентябрь 2022, 10:00

Өмөтбайҙа картуф байрамы гөрләне

 Картуфты юҡҡа ғына икенсе икмәк тимәйҙәр. Ибраһим ауылында халҡыбыҙҙың төп ризыҡтарының береһе – картуфҡа арнап күркәм сара ойошторолдо.  Ауылдың уңған килендәре, ҡыҙҙары картуф алыу эштәрен тамамлағас, күңел асыу, ял итеп алыу маҡсатында ауыл клубына йыйылды. Картуфтан бешергән татлы ризыҡтары менән бер-береһен һыйланы. Уйын-көлкө, йыр- бейеүҙән гөр килеп торҙо ул көндө мәҙәниәт усағы.  "Көҙгө сәскәләрем" конкурсында уйнап, бүләктәр алып, ауылыбыҙ ағинәйе Гөлсирә инәйҙең вәғәздәрен, доғаларын тыңлап, ял итеп, күңелдәрен тынысландырып, шатланып таралышты ауыл халҡы. Картуф быйыл уңды, аллаға шөкөр! Иҫән-һау ашарға, ошондай күңелле мәлдәрҙә генә осрашырга яҙһын.

Өмөтбайҙа картуф байрамы гөрләнеӨмөтбайҙа картуф байрамы гөрләне
Өмөтбайҙа картуф байрамы гөрләне

 Картуфты юҡҡа ғына икенсе икмәк тимәйҙәр. Ибраһим ауылында халҡыбыҙҙың төп ризыҡтарының береһе – картуфҡа арнап күркәм сара ойошторолдо.

 Ауылдың уңған килендәре, ҡыҙҙары картуф алыу эштәрен тамамлағас, күңел асыу, ял итеп алыу маҡсатында ауыл клубына йыйылды. Картуфтан бешергән татлы ризыҡтары менән бер-береһен һыйланы. Уйын-көлкө, йыр- бейеүҙән гөр килеп торҙо ул көндө мәҙәниәт усағы.

 "Көҙгө сәскәләрем" конкурсында уйнап, бүләктәр алып, ауылыбыҙ ағинәйе Гөлсирә инәйҙең вәғәздәрен, доғаларын тыңлап, ял итеп, күңелдәрен тынысландырып, шатланып таралышты ауыл халҡы. Картуф быйыл уңды, аллаға шөкөр! Иҫән-һау ашарға, ошондай күңелле мәлдәрҙә генә осрашырга яҙһын.

Автор:Розалия Искужина
Читайте нас