Мораҙым
+28 °С
Болотло
МӘҘӘНИӘТ
9 Сентябрь 2022, 09:27

"Милли кейем - тарихыбыҙҙың сағыу балҡышы"

Светлана Халиҡова, район китапханаһы хеҙмәткәре: - Ниндәй генә халыҡты алма, уның үткәне, шанлы ла, данлы ла тарихы иң беренсе милли кейемдәрҙә сағыла. Боронғолоҡҡа беҙ иғтибарлы ла, ихтирамлы ла булырға тейешбеҙ. Ни тиклем генә заман алға китмәһен, кеше үҙенең үткәнен, ата-бабаларының үткәнен оноторға тейеш түгел. Һуңғы йылдарҙа милли кейемдәрҙе тергеҙеүгә ҙур иғтибар бирелә. Был тәңгәлдә лә беҙ ныҡ һаҡ эш итергә тейешбеҙ, сөнки саманан тыш заманлаштырып, тариыбыҙҙың сағыу балҡышын тоноҡлатып ҡуйыуыбыҙ бар. Милли кейем көнө иһә ошо боронғолоҡто киләсәк быуынға еткереүҙә әһәмиәтле.

"Милли кейем - тарихыбыҙҙың сағыу балҡышы""Милли кейем - тарихыбыҙҙың сағыу балҡышы"
"Милли кейем - тарихыбыҙҙың сағыу балҡышы"

Фотолар шәхси архивтан алынды. 

Автор:Айгөл Айытҡолова
Читайте нас