Мораҙым
+28 °С
Болотло
МӘҘӘНИӘТ
9 Сентябрь 2022, 05:25
Өләсәйҙәрҙән ҡалған мираҫ
Быуаттар төпкөлөнән килеп еткән иң ҙур байлыҡтарыбыҙҙың, рухи ҡомартҡыларыбыҙҙың береһе ул – милли кейем. Бикбулат ауылында тыуып үҫеп, әлеге көндә тормош иптәше Мәхмүт ағай менән Бөрйән районының Ҡотан ауылында ғүмер иткән Лилиә апайҙың 1914 йылғы өләсәһе Хәҙисә Аллаяр ҡыҙы Тимербаева-Сафина бик ипле, бөхтә, һаҡсыл инәй була. Уның өләсәһенән ҡалған ысын аҡыҡтар, аҫылташтар, сәйлән менән биҙәлгән селтәрен, балитәкле күлдәген, беләҙектәрен Бикбулат ауылы һәүәҫкәрҙәре элек төрлө мәҙәни сараларҙа сығыш яһау өсөн йыш алып торған булған. Көмөш беләҙеге, оло үкенескә күрә, әлеге көнгә килеп етмәгән, ҡайҙалыр юғалған. Ә бына селтәре, ҡайһы бер тәңкәләре юғалыуға ҡарамаҫтан, яҡшы һаҡланған.
Өләсәйҙәрҙән ҡалған мираҫ
Өләсәһенең өләсәһенән мираҫ итеп ҡалдырылған был байлыҡты Лилиә Әхмәр ҡыҙы күҙ ҡараһындай һаҡлай.
Автор:
Гульназ Саитбатталова
Читайте нас
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"