Мораҙым
+24 °С
Ямғыр
МӘҘӘНИӘТ
9 Сентябрь 2022, 13:45

Барыһын да берләштергән матур байрам дауам итә!

Милли кейемдәр көнө район халҡы өсөн йылдағыса матур байрамға әйләнде, тиһәк, һис тә хата булмаҫ. Әлеге мәлдә Мораҡ ауылының З.Биишева исемендәге ял паркында матур мәҙәни сара бара. Унда мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре, ауыл биләмәләре вәкилдәре, ижади коллективтар, ағинәйҙәр, башҡа йәмәғәт ойошмалары һ.б. ҡатнаша.  Күргәҙмәләр, күргәҙмә-һатыу урындары ла сараға килеүселәрҙә ҙур ҡыҙыҡһыныу тыуҙырҙы. Йыр-бейеү, уйын-көлкө менән һуғарылған сара дауам итә! Әйткәндәй, бөгөн бар республикала, шул иҫәптән беҙҙең  райондың бөтөн мәғариф һәм мәҙәниәт усаҡтарында ла тиерлек төрлө саралар уҙҙы. #Рәсәйхалыҡтарыныңмәҙәнимираҫйылы#Башҡортмәҙәниәтеһәмрухимираҫйылы #милликейемдәркөнө #күгәрсенрайоны #күгәрсенрайонбашҡорттарыҡоролтайы

Барыһын да берләштергән матур байрам дауам итә!Барыһын да берләштергән матур байрам дауам итә!
Барыһын да берләштергән матур байрам дауам итә!

Милли кейемдәр көнө район халҡы өсөн йылдағыса матур байрамға әйләнде, тиһәк, һис тә хата булмаҫ. Әлеге мәлдә Мораҡ ауылының З.Биишева исемендәге ял паркында матур мәҙәни сара бара. Унда мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре, ауыл биләмәләре вәкилдәре, ижади коллективтар, ағинәйҙәр, башҡа йәмәғәт ойошмалары һ.б. ҡатнаша.

 Күргәҙмәләр, күргәҙмә-һатыу урындары ла сараға килеүселәрҙә ҙур ҡыҙыҡһыныу тыуҙырҙы. Йыр-бейеү, уйын-көлкө менән һуғарылған сара дауам итә!

Әйткәндәй, бөгөн бар республикала, шул иҫәптән беҙҙең  райондың бөтөн мәғариф һәм мәҙәниәт усаҡтарында ла тиерлек төрлө саралар уҙҙы.

#Рәсәйхалыҡтарыныңмәҙәнимираҫйылы#Башҡортмәҙәниәтеһәмрухимираҫйылы #милликейемдәркөнө #күгәрсенрайоны #күгәрсенрайонбашҡорттарыҡоролтайы

Автор:Гульназ Саитбатталова
Читайте нас