Мораҙым
+28 °С
Болотло
МӘҘӘНИӘТ
6 Сентябрь 2022, 12:00

Мәргәнлек беҙҙең ҡанда!

Мораҡ ауылының спорт мәктәбендә ғәҙәти уҡтан атыу буйынса “Мәргән уҡсы” семинары үтте.  Сара Башҡортостан Республикаһының Граждандар йәмғиәтенә булышлыҡ итеү фонды ярҙамында үткәрелде. Проекттың маҡсаты: Башҡортостандың көньяғында урынлашҡан туғыҙ районда ғәҙәти уҡтан атыу буйынса 9 секция ойоштороу. Проект 2023 йылдың мартына тиклем дауам итә һәм Ғафури, Стәрлетамаҡ, Мәләүез, Ишембай, Фёдоровка райондарын һәм Салауат ҡалаһын үҙ эсенә ала.

Мәргәнлек беҙҙең ҡанда!Мәргәнлек беҙҙең ҡанда!
Мәргәнлек беҙҙең ҡанда!

“Мәргән уҡсы”. Традицион уҡтан атыуҙы тергеҙеү һәм популярлаштырыуҙы маҡсат итеп ҡуйған хәрәкәт шулай тип атала. Республикабыҙҙа ул бынан бер нисә йыл элнек барлыҡҡа килгән. Ошо йылдар эсендә улар тарафынан бик күп эштәр эшләнгән: уҡтан атыу буйынса ярыштар, фыестивалдәр уҙғарылған, оҫталыҡ дәрестәре ойошторолған һ.б.

 Сара барышында “Мәргән уҡсы” хәрәкәте етәксеһе Юлай Ғәлиуллин уҡтан атыу серҙәренә төшөндөрҙө. Аҙаҡ иһә барлыҡ теләүселәр ысын уҡ-һаҙаҡты тотоп һәм атып ҡараны.  

#мәргәнуҡсы #семинар #стрельбаизлука #кугарчинскийрайон

Автор:Гульназ Саитбатталова
Читайте нас