

Сөләймән ағай Мәзитов (мәрхүм) Санъяп, Ҡасҡын ауылдары тарихын, төп сығыштары ошо ауылдарҙан булған кешеләр тураһында үҙе күргән-белгән, ишеткән, шулай уҡ ауылдаштарҙың хәтирәләренә, архив материалдарына нигеҙләнгән яҙмаларын туплап, 2 ауыл тураһында китап сығарырға ҡарар итә. 2015 йылда “Ҡасҡын ауылы һәм уның кешеләре” тигән китабын үҙ көсө менән баҫтырып сығара. Санъяп ауылы тураһында ла китап сығарыу маҡсатында бик күп материалдар туплай. Ләкин яҙмыш елдәре аяуһыҙ, Сөләмән ағайҙың ғүмере фажиғәле рәүештә өҙөлөп ҡуя. Сөләймән ағайҙың эшен дауам итеп, ауыл китабын баҫтырып сығарыуға ауылдаштарыбыҙ – медицина фәндәре докторы, профессор Ваһапова Вәсилә Шәрифйән ҡыҙы, Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре, ауыл фәндәре докторы, профессор Исхаҡов Ришат Сәлмән улы, ауылдашыбыҙ Дәүләтбаев Әлфир Заһир улы һәм башҡалар күп көс һала. Шулай уҡ Ришат Сәлмән улы китапты баҫтырып сығарыуға финанс ярҙам күрһәтә, уның ярҙамы менән Сөләймән ағай башлаған эш аҙағына етә, китап баҫылып сыға.