

13 августа Иртөбәк ауыл биләмәһенең Ялсы ауылында "Ҡыҙҙар ҡайтты ауылға" байрамы уҙғарылды. Сараны бик матур итеп Айгөл Мәхмүтова алып барҙы. Рузалия Бикбаева, Разыя Солтановалар тамашасыларға моңло йырҙарын бүләк итте, Нәркәс һәм Айгизә Бикбаевалар дәртле итеп бейене, Наилә Әхмәтгәрәеваның баянына ҡушылып тамашасылар берсә моңланды, берсә дәртләнде.
Сараны ойошторорға ярҙам иткән биләмә башлығы Закир Үзбәковҡа һәм хужалыҡ етәксеһе Олег Николаевҡа рәхмәттәрен белдерә мәҙәниәт эшсәндәре.