Мораҙым
+24 °С
Ямғыр
МӘҘӘНИӘТ
18 Август 2022, 11:40

Ҡулдарына күҙ теймәһен!

БР-ҙың ЮНЕСКО эштәре буйынса комитеты хеҙмәткәрҙәре, Өфө биология институты, Рәсәй Фәндәр академияһының Өфө филиалы, Башҡорт дәүләт университеты, “РОСТ институты” йәмғиәте эксперттары беҙҙең райондағы эш сәфәре барышында урындағы оҫталарҙың – Мөхәррәм Мәғизовтың, Дмитрий Белоклоковтың ағастан эшләнгән һындары, йорт йыһаздары, «Күгәрсен ихатаһы» ауыл хужалығы ҡулланыусылар һатыу кооперативы етештергән сәйҙәр, Урал Хөснуллиндың милли уйын ҡоралдары менән танышты һәм уларҙың оҫталығына хайран ҡалды.

Ҡулдарына күҙ теймәһен!Ҡулдарына күҙ теймәһен!
Ҡулдарына күҙ теймәһен!

- "Күгәрсен ихатаһы" ауыл хужалығы етештереү кооперативында файҙалы, тәмле һәм хуш еҫле сәйҙәр етештерелә. Уларҙың составына яһалма буяуҙар, ароматизаторҙар һәм консерванттар өҫтәлмәгән,  тәбиғи үләндәр генә. Бөтә үләндәр ҙә беҙҙең Түбәнге Бикҡужа ауыл биләмәһендә йыйыла, - тине «Күгәрсен ихатаһы» ауыл хужалығы ҡулланыусылар һатыу кооперативы етәксеһе Анна Бородина.

 Мөхәррәм Мәғизовтың ағастан эшләнгән айыу, ҡуян, ат һ.б. һындарын иһә бар район халҡы беләлер – уның ҡул эштәре һәр ваҡыт район һабантуйҙарында бикҡужаларҙың тирмәһен биҙәй. Оҫтаның күҙҙең яуын алырлыҡ ҡул эштәрен башҡа күргәҙмәләрҙә лә күрергә була.

Автор һәм Р.Тоҡомбәтова фотолары.

Автор - Гөлназ Сәйетбатталова. 

Автор:Гульназ Саитбатталова
Читайте нас