Мораҙым
+23 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
МӘҘӘНИӘТ
15 Август 2022, 08:37

Ҡуян күстәнәсе

"...Бала саҡтың татлы емешенең Иренемдә һаман тәме бар..."

Ҡуян күстәнәсе

Бесәнлектән атай ҡайтҡан саҡта,

Биргән уға ҡуян күстәнәс.

Бөрлөгәне, сейә, муйылдары,

Еләктәре, ай-һай, тәмлекәс.

Муйылдарын, тигән, бир ҡыҙыма,

Еләктәре булһын улыма.

Һеҙгә ҡуян мәмәй бирҙе, тиеп,

Атай һалды услап ҡулыма.

Бала саҡтың татлы емешенең

Иренемдә һаман тәме бар.

Ҡуян күстәнәсен услап бирер

Яныбыҙҙа әлдә атай бар.

Автор фотолары.

Ҡуян күстәнәсе
Ҡуян күстәнәсе
Автор:Айгөл Айытҡолова
Читайте нас: