Бөтә яңылыҡтар
МӘҘӘНИӘТ
12 Август , 22:13

Изге теләктә, изге ниәттә

11 августа Бикбулат ауылында күркәм сара- күрше республикаларцың дуҫлығын кәүҙәләндергән хәйриә концерты үтте.  Матур сарала Ҡазан ҡунағы, Татарстан йыр-бейеү ансамбле солисы Алмаз Сафин, Бикбулаттың арҙаҡлы улдарының береһе, Башҡортостандың аткаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Нәғим Нуриманов, район мәҙәниәт һарайы артистары Гүзәлиә Миңлебаева, Илшат Илмөхәмәтов һәм йәш ҡурайсы Дим Баймырҙин ҡатнашты. Концертта халыҡ һәм эстрада, ретро һәм заманса йырҙар, гармун, ҡурай моңдары яңғыраны. Хәйриә сараһын ойоштороусы Алмаздың әсәһе Гөлфирә Сафина - Бикбулат ауылы ҡыҙы. Әле Татарстанда йәшәһә лә тамырҙарын онотмай, һағынышлы сәләмдәрен ошондай изге сара аша еткерергә ниәтләп, улына өндәшә. Был изге ниәтте беҙҙең мәҙәниәт эшсәндәре лә күтәреп ала.  Халыҡ рәхәтләнеп ял итте, ә концерттан йыйылған аҡса ауыл мәсетенә тапшырылды.

Изге теләктә, изге ниәттә
Изге теләктә, изге ниәттә

11 августа Бикбулат ауылында күркәм сара- күрше республикаларцың дуҫлығын кәүҙәләндергән хәйриә концерты үтте. 

Матур сарала Ҡазан ҡунағы, Татарстан йыр-бейеү ансамбле солисы Алмаз Сафин, Бикбулаттың арҙаҡлы улдарының береһе, Башҡортостандың аткаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Нәғим Нуриманов, район мәҙәниәт һарайы артистары Гүзәлиә Миңлебаева, Илшат Илмөхәмәтов һәм йәш ҡурайсы Дим Баймырҙин ҡатнашты. 
Концертта халыҡ һәм эстрада, ретро һәм заманса йырҙар, гармун, ҡурай моңдары яңғыраны. 
Хәйриә сараһын ойоштороусы Алмаздың әсәһе Гөлфирә Сафина - Бикбулат ауылы ҡыҙы. Әле Татарстанда йәшәһә лә тамырҙарын онотмай, һағынышлы сәләмдәрен ошондай изге сара аша еткерергә ниәтләп, улына өндәшә. Был изге ниәтте беҙҙең мәҙәниәт эшсәндәре лә күтәреп ала. 

Халыҡ рәхәтләнеп ял итте, ә концерттан йыйылған аҡса ауыл мәсетенә тапшырылды.

Автор:Розалия Искужина
Читайте нас в