

“Әгәр бер нәмә тураһында гел хыялланаһың икән, тимәк, был һиңә кәрәк. Иң мөһиме – башлау. Кәрәк-яраҡ исемлеген төҙөйөм: палатка, котелог, ҡулдан яһалған йоҡо тоҡсайы... Ун дүртенсе август иртәһендә ҡатынға әйтәм:
- Тор, мине юлға оҙат...
- Ә? Ниңә? Ҡайҙа?..
- Өфөгә барам...
- Машиналамы?..
- Велосипедта...
- Иҫәр...
Мин башҡаса яуап та көтмәгәйнем. Әммә мин Карлос Кастанеданы уҡыным һәм бар көсөмә үҙемдең мөһимлек тойғоһон баҫырға тырышам. Был беҙгә ҡыйынлыҡтарҙа тыныс ҡалырға ярҙам итә. Кастанеда әҫәрҙәрен мәктәп программаһына индерер инем...” – тип яҙа ул сәйәхәт башлауы тураһында.
Шулай итеп, 2004 йылдың 14 авгусында ул велосипедта Өфөгә ҡуҙғала һәм ғүмеренең эсендә ошо юлды 5 тапҡыр үтә.
Ябай ғына кеше лә үҙ хыялдарын тормошҡа ашыра алағанлығын иҫбатланы Юлай ағай. Тәүҙә күңелдә хыял ярала, ул уй-ниәткә әйләнә, ниәт иһә ярты ғәмәл тип юҡҡа әйтмәйҙәр.