- Байрамды күптән ойошторорға уйлай инек. Ауыл тарихы, уның күренекле кешеләре, төрлө әһәмиәтле мәҙәни-социаль ваҡиғалар тураһында йылъяҙма китабы баҫтырырға ниәтләгәнбеҙ. Был сара ошо китапҡа материал туплау өсөн дә башланғыс булып тора. Өлкән быуын кешеләре ауыл тарихын яҡшы, төплө белә, уларҙан һорашып, бөтә кәрәкле мәғлүмәттәрҙе теүәлләп, теркәп ҡуйырға кәрәк. Шулай ауыл халҡы көсө менән әҙерләнгән концерт та буласаҡ. Эйек буйында ҡаҙан аҫып, самауырҙар ҡайнатып, бергәләшеп матур табын ҡороп, һөйләшеп ултырыу үҙе бер ғүмер. Өлкән апай-ағайҙарыбыҙ йәшлегенә, бала сағына ҡайтҡандай булырҙар, - ти ул уй-ниәттәре менән уртаҡлашып.
Тимәк, моҡастар байрамға әҙерләнә!