Гөлкәй апай Моҡас ауылы ҡыҙы. Бала сағы, үҫмерлек йылдары Оло Эйек буйында үтә. Башланғыс белемде Моҡас мәктәбендә алһа, аҙаҡ уҡыуын Сарат һигеҙ йыллыҡ мәктәбендә дауам итә. 1974 йылда иһә Күмертау педагогия (физкультура) училищеһына уҡырға инә.
Нәҡ ошо йылдарҙа ул тормош иптәше Фәнил Ғабдулхай улы менән осраша. Сәстәрен-сәскә бәйләп, ғаилә ҡорған йәштәр өс балаға – Фәнис, Гөлназ, Гөлдәр – ғүмер һәм матур тәрбиә бирә. Бөгөнгө көндә уларҙың барыһы ла үҙ аллы донъя көтә, алты ейән-ейәнсәргә (етенсеһен көтәләр) ҡәҙерле өләсәй.
Хаҡлы ялға сыҡҡансы Ҡораласыҡ мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән балаларға төплө белем бирә.
Тәүге шиғырын 4-се класта уҡыған осорҙа яҙһа ла, ижадҡа ла ул нәҡ Балыҡлыбашта йәшәгән йылдарҙа килә. Тыуған яғын һағыныу, бала сағын юҡһыныу кеүек һағыш тойғолары шиғыр булып ярала уның күңелендә. “Әкиәтле бала саҡ” тип аталған тәүге йыйынтығы 2010 йылда донъя күрә. Киң йәмәғәтселек уны балалар яҙыусыһы итеп ҡабул итә.
Илһамлы осор һөҙөмтәле була: Гөлкәй Шәүкәт ҡыҙының шиғырҙары “Аҡбуҙат”, “Ағиҙел” журналдарында, “Йәшлек”, “Кызыл таң ” “Йәншишмә” республика гәзиттәрендә, “Мораҙым”, “Ашҡаҙар таңдары” район баҫмаларында даими баҫыла. “Биҙәктәр” тигән икенсе йыйынтығы иһә “Китап” нәшриәтендә сыға.
- Мин үҙем турала һөйләргә лә, яҙырға ла бик яратып бөтмәйем. Тәбиғәттән илһам алам. Иҫем китеп болон сәскәләрен, балаларҙы яратам, тауҙар буйлап йөрөргә, бейергә яратам. Эйегемде яратам. “Йәннәт” тигән төшөнсә минең өсөн - Күгәрсен яҡтары. Фәҡәт Башҡортостанда, фәҡәт башҡорт булып, фәҡәт Эйек буйҙарында тыуыуыма ҡыуанып бөтә алмайым. Ата-әсәйемә рәхмәтлемен, - ти Гөлкәй Шәүкәт ҡыҙы.
Һеҙҙең иғтибарығыҙға уның яңы шиғырҙарынан торған бер шәлкем тәҡдим итәбеҙ.
“...Урғылып та аҡҡан Оло Эйек,
Һин ҡиблаһы минең күңелдең...”
Эйек буйында
(Халыҡ көйөнә)
Сәскә таждары үрергә,
Килдем Эйек буйына.
Ошо ерҙә һин керәһең,
Ниңәлер гел уйыма.
Һандуғастар моңон тыңлап,
Йөрөйөм һыу буйында.
Ишеткәндәй тауышыңды,
Гүйә, ҡоштар йырында.
Аҡсарлаҡтар осоп үтә,
Күк тулҡын өҫтәрендә.
- Яратам, - тип, - әйтеүҙәрең,
Сыҡмай шул иҫтәремдән.
Пар кәкүк
Йәй. Ҡояш.
Йәш йәшеллек…
Юлға сыҡтым.
Төш мәле.
Ни мөғжизә? Был ни тағы?
Күреп иҫең китмәле!
Баш өҫтөнән бер пар кәкүк
Осоп килә оҙатып.
- Кәкүк, кәкүк! - Тип береһе
Саҡыра йәнен атып.
Ғәжәп, ниңә икенсеһе
Тыныс, өндәшмәй тамам?
Ниңә улар икәүләшеп
Оҙата мине һаман? ...
Пар ҡурай
Ҡуйы урман уртаһында,
Аҡ ҡайынлы аҡланда,
Ике ҡурай ҡуша үҫкән,
Етәкләшеп алған да.
Ҡоштар йырын, урман шауын,
Улар отоп алғандар.
Йомшаҡ ҡына иҫкән елгә
Көйҙәр һуҙып ҡалғандар.
Тыуған ерҙең гүзәллеген,
Һеңдереп күңелдәргә,
Тылсымлы көскә тулышып,
Моңдарға күмелгәндәр.
Моңло бишегем
Зәңгәр төндөң зәңгәр пәрҙәләрен,
Алтын ҡайсы менән киҫкеләп,
Торған кеүек айҙың алтын нуры.
Тылсымлы ел ҡуя иркәләп.
“Саҡ! Саҡ!” - Йән яртыһын эҙләп
Суҡ ҡысҡырған кеүек таллыҡта.
Күк йондоҙҙар сумған тын Эйектә,
Уйнап йөҙә көмөш балыҡтар.
Күңел ҡылын сиртеп, йырсы ҡоштар,
Йөрәгемә килеп ҡунамы...
Ә мин, ерем – моңло бишегемдә,
Онотолоп китеп уйнайым...
Аҡ тирәк, күк тирәк
“Аҡ тирәк! Күк тирәк!
Беҙҙән һеҙгә кем кәрәк?
Беҙгәме? Беҙгә
Әлбиттә, Гөлкәй кәрәк!”
Һаумы, тыуған ауылҡайым!
Һаумы, яңғыҙ тирәгем!
Бына, ҡайттым!
Хәҙер инде
Бармы икән кәрәгем?
Ҡартатайым ҡорған тыуған нигеҙ,
Һүнеп барған тыуған ауылым,
Тәҙрә ҡаршыһында – яңғыҙ тирәк...
(Йыға (а)лмаған йылдар дауылы).
Кем ултыртҡан уны?
Һыуҙар һибеп,
Кем үҫтергән уны ҡәҙерләп?
Онотолған күптән.
Тирәк кенә
Олпатланып үҫә хәҙер ҙә.
...Ғәмһеҙ бала саҡта көн оҙоно
Ҡыҙҙар менән уйын ҡороуҙар.
Үҫә төшкәс, төнөн йоҡо бирмәй
Таң атҡансы йырлап йөрөүҙәр.
Ил сигендә хеҙмәт иткән йәрҙе
Түҙемһеҙлек менән көтөүҙәр.
Яңғыҙ ҡалып сиккән ҡулъяулыҡҡа
Тамған күҙ йәштәрен һөртөүҙәр.
Тәүге һөйөү...
Әсе юғалтыуҙар...
Тыуған йортто ташлап китеүҙәр...
(Күк тирәгем, шаһит барыһына).
Файҙаһыҙға тәүбә итеүҙәр...
“Аҡ тирәк! Күк тирәк!
Беҙҙән һеҙгә кем кәрәк?”
Серҙәшкәйем-тирәгем,
Ауылҡайым, Эйегем,
Миңә бары һеҙ кәрәк
Эсем тулы һағышты
Баҫыр өсөн һеҙ кәрәк...
Эйек
Эйек, Эйек...
Һинең ҡуйыныңа
Ышыҡ эҙләп ҡайттым тағы ла.
Хәлде аңлағандай, күк тулҡындар
Әкрен генә килеп ҡағыла.
Ҡарлуғастар өңдәренән сығып,
Сыңҡылдашып сәләм бирәме?
Һыу өҫтөндә осҡан аҡсарлаҡтар,
Хәл белергә тиеп килгәнме?
Алтын ҡомда уйнап йәй ҡояшы,
Туңған йәнгә йылы өргәндәй.
Аҡ балыҡтар уйнап һикерешеп,
Талған тәнгә дауа биргәндәй.
Эйек, Эйек...
Урғылып аҡҡан Эйек.
Һин ҡиблаһы минең күңелдең.
Хаж ҡылырға ҡайтҡан кеүе булып
Көмөш тулҡындарға күмелдем...
Күк томан
Күргәнем бар ине бығаса ла,
Күк урмандың өҫтө - күк томан.
Шундай серле һәм тылсымлы бөгөн,
Күкһел төҫкә барса ер тулған.
Торғаным бар ине томандарға
Күк ебәктәй күреп уранып.
Күк йыһандан килгән сихри көйгә
Әсир булып, моңға уралып.
Алғаным бар ине томандарҙан
Мөғжизәле күктең серҙәрен.
Томан булып үҙем төшкәнем бар,
Төштә ҡосоп тыуған ерҙәрем.
Тик икенсе бөгөн бөтә донъя,
Илаһи төҫ ерҙе буяған.
Әллә томан шулай яһағанмы,
Әллә һүнгән хистәр уянған?..
Күм-күк томан ерҙе ялмаған...
Йәйге төн
Ҡоштар һайрай моңло көйгә,
Шишмәләр серләшәләр.
Емелдәп, күктә йондоҙҙар
Ынйылар өләшәләр.
Көләс йөҙлө ай һылыуы,
Беҙгә көмөш нур һибә.
Янып һөйгән ғашиҡтарҙың,
Йөрәге ярһып тибә.
Йәйҙең йәшел июнь айын,
Йыһан сәләмләп көлә.
Мөхәббәт менән матурлыҡ
Ерҙе етәкләп килә.
Гөлдәр
Йомарт ҡояш юғарынан
Нурын көлтәләп ҡоя.
Үҙе гөлдәй сибәр бер ҡыҙ
Болонда гөлдәр йыя.
Эй, Гөлдәрем, Гөлдәркәй!
Йылмая һиңә гөлдәр.
Ҡара ебәк сәсен биҙәй,
Күкһел сәскәләр тажы.
Күбәләктәй осоп йөрөй,
Әллә әкиәт ҡыҙы?
Эй, Гөлдәрем, Гөлдәркәй!
Наҙлап өндәшә елдәр.
Бөтә болон балҡып яна
Йылмайыуынан ҡыҙҙың.
Әллә шулай нурланамы
Тәүге мөхәббәт ҡуҙы?
Эй, Гөлдәрем, Гөлдәркәй!
Көнләшә һинән елдәр...
Тылсымлы төн
Йәйге төн.
Быуа өҫтө тып-тын.
Йондоҙ яуа күктән.
Ай гиҙә.
Пар аҡҡоштар уйнай
томан ярып,
Ҡанат ҡағып кейек ҡаҙ йөҙә.
Һибеп тирә-яҡҡа тылсымлы нур,
Бейеп үтте хистәр ҡойоно.
Үҙем шаһит булдым ошо мәлгә,
Баҫып торҙом нурға ҡойоноп...
Ҡурай
-Ҡурай, ҡайҙа үҫтең?
-Урманда!
-Кем ҡырҡты?
Н. Мусин.
- Кем ҡырҡтымы?
Егет ҡырҡты!
- Ә ул егет кем ине!
- Ул егетме?
Ә ул егет -
Оҫталарҙың оҫтаһы!
Ул – яратҡаным минең!
Урал ҡырыҫ.
Һаҡта ҡаялары
Текә-текә тауҙар битендә.
Таш күңелен, гүйә, иретергә
Ҡоштар һайрай урман ситендә.
Тәбиғәт бай!
Сәскәләрҙән балҡый
Бар тирә-яҡ төрлө төҫтәрҙә.
Баш иҫерткес балға һеңгән һауа
Үҫемлектәр һипкән еҫтәрҙән...
Шундай сыуаҡ алсаҡ бер көн ине:
Йөрөй инек урман буйлатып,
Икәү генә тау йылғаһын кисеп,
Ҡояш нурын һыуҙа уйнатып.
Күңел шаша ташып гүзәллектән,
Йөрәк йыртып хистәр ҡайнаша.
Бына ғиллә, әллә ниндәй бер көс
Ялмағандай булды моң аша.
Арбап алды йәнем-тәнемде,
Ер-Әсәме беҙгә өндәшә?
Әйтерһең дә, парлы ике йәнгә
Мәңгелек хис шулай өләшә.
Ә мин иҫәр, ошо көйгә иҙрәп
Иләҫләнеп китеп әйләнәм.
Әрһеҙ мөхәббәт тә йөрәгемә
Тәрәнерәк китеп бәйләнә.
Йән һөйгәнем менән етәкләшеп
Моңдо юллап алға уҡталдыҡ.
Ни күрәбеҙ, аҡлан урай-урай
Йырын һуҙа зифа бер ҡурай.
Егет рухы ап-аҡ аҡлан бит ул:
Рөхсәт алып тәүҙә Тәңренән,
Наҙлап ҡына көпшә орлоҡтарын
Усҡа йыйҙы торған еренән.
Доға уҡып, урман ҡосағына
Сәскә һибеп кипкән орлоғон.
Йәшәһен, тип, башҡорт моңо мәңге,
Елдәр иҫә тауҙан...боронғо...
Ҡырҡып алып ипләп иң төбөнән,
Яһап ҡуйҙы уйын ҡоралын.
Терәтеп кенә ирен ситенә,
Йырын һуҙҙы данлап Уралын.
Ҡурай...
Бар тәбиғәт шауын әллә,
Йыйып алып ҡуша һеңдергән?
Меңәр йыллыҡ ете ырыу зарын
Күңелдәргә беҙҙең иңдергән?
-Ҡурай, кем ҡырҡты?
-Егет ҡырҡты!
-Нишләргә?
-Уйнарға!
Моңом менән данлап халығымды
Бар донъяны иңләп - буйларға!
Гөлкәй ИСМӘҒИЛЕВА.