Мораҙым
+22 °С
Ямғыр
МӘҘӘНИӘТ
18 Июль 2022, 07:34

Күгәрсен районының "Ағинәйҙәр ҡоро" - "Ай, Уралым, Уралым" фестивале ҡунағы

 Күгәрсен районының “Ағинәйҙәр ҡоро” ағзалары -  Таңһылыу Хәмиҙуллина, Зифа Баймәнова, Фәймә Аҡъюлова, Зәйтүнә Буранбаева, Зәйтүнә  Әбдрәшидова, Люциә Яҡупова, Сәриә Ғәлиева, Ләлә Асҡарова, Рәмилә Ҡаразбаева, район ағинәйҙәр ҡоро етәксеһе Гөлфиә Искәндәрова Учалы районында “Мәргән уҡсы” республика фестивале сиктәрендә ойошторолған “Ай, Уралым, Уралым!” этнофестивалгә ҡунаҡ итеп саҡырылды. Башҡорт ырыуҙарының йыйынын хәтерләткән был сара Мәҙәниәт һәм рухи мираҫ йылына арналды. 16 июлдә иһә Ғәҙелша ауылы эргәһендә  Ҡарас сәсән призына “Баҡшай мәргәне”,  ете район ағинәйҙәре ҡатнашлығында “Ырыуҙар ярышы” турниры үтте. Сарала республиканың төрлө райондарынан, ҡалаларынан, Рәсәйҙең төрлө төбәктәрендә йәшәгән милләттәштәребеҙҙе, Ҡырғыҙстан, Ҡаҙағстан, Белоруссия вәкилдәле ҡатнашты.  

Күгәрсен районының "Ағинәйҙәр ҡоро" - "Ай, Уралым, Уралым" фестивале ҡунағыКүгәрсен районының "Ағинәйҙәр ҡоро" - "Ай, Уралым, Уралым" фестивале ҡунағы
Күгәрсен районының "Ағинәйҙәр ҡоро" - "Ай, Уралым, Уралым" фестивале ҡунағы

Ете ырыуҙың милли кейемдәрен тергеҙеүгә арналған “Ырыуҙар ярышы” ла күтәренке рухта үтте. Ялан сәскәләрен хәтерләткән ағинәйҙәр ысын мәғәнәһендә халҡыбыҙҙың рухиәте, мәҙәниәте, милли мираҫы һағында тороусылар.

 Беҙҙең райондың  ағинәйҙәр  ҡоро ағзалары иһә  боронғо ҡыпсаҡтарҙың милли кейемдәрен яҡлап, сығыш яһаны. Әйтергә кәрәк, Күгәрсен районында ҡыпсаҡтар ғына түгел, үҫәргән, бөрйән, түңгәүер ауылдары ла бар. Ҡыпсаҡ ырыуы иһә үҙе сәңкем-ҡыпсаҡ, бошман-ҡыпсаҡ, ҡара-ҡыпсаҡ, аҡ-ҡыпсаҡ, бөрйән-ҡыпсаҡ, һары-ҡыпсаҡ, гәрәй-ҡыпсаҡ һәм башҡа араларға бүленә. Һәм ошо һәр араның үҙҙәренә генә хас милли кейемдәре бар. 

 Мәҫәлән, сәңкем – ҡыпсаҡтарҙың кейеме - асыҡ йәшел төҫтәге еләнле, мөһөрлө бетеү баҫылған, муйынсаҡлы (ҡыпсаҡтарҙың биҙәге), еләнгә ырыу тамғаһы – йәшел төҫтән мышы мөгөҙө сигелгән. Ҡарағай -ҡыпсаҡтарҙыҡы иһә ҡара еләнле, итәк осонан бөрөлгән йәшел күлдәктән тора; аҡ – ҡыпсаҡтарҙыҡы – һоро елән, яурында ҡусҡар мөһөрө баҫылған, күлдәге күк төҫтә.

- Учалыла үткән был этнофестивалдә ҡатнашып, үҙебеҙгә бик бай тәжрибә туплап ҡайттыҡ. Ырыуҙар ярышы – беҙҙең өсөн тәүге сирҡаныс булды тиергә лә була. Сөнки теүәл ике айҙан бөйөк дала иле Хәйбуллала республика ағинәйҙәр ҡоро йыйыны үтә, шунда барырға ниәтләйбеҙ. Уға тиклем милли кейемдәрҙең тарихын ныҡлап өйрәнеп, ҡыпсаҡ ырыуының һәр ара-бүленешенең милли кейемдәрен тергеҙергә тырышабыҙ.

 Әйтергә кәрәк, “Ағинәйҙәр ҡоро” беҙҙең районда ун йылдан артыҡ эшләп килә. Ошо арауыҡ эсендә бөтә ауылдарҙа ла ҡор булдырылды. Ағинәйҙәр, иң беренсе сиратта, үҙҙәренә милли күлдәк тегеп кейҙе. Был тәңгәлдә  ул саҡтағы ҡор етәксеһе Әминә Әҙелғужинаның өлөшө ҙур булды, “Ете ҡыҙ” ательеһы тегенселәре ярҙамы менән кейемдәр тегелде.  Бына ошо йүнәлештә эште артабан дауам итеп, ҡыпсаҡтарҙың милли йөҙөн булдырырға ине. Ҡайҙа барһаҡ та, “Ана, Оло Эйек буйы ҡыпсаҡтары!” тип танып торорлоҡ булһын, - тип Гөлфиә Хәсән ҡыҙы тәьҫораттары менән уртаҡлашып.

Күгәрсен районының "Ағинәйҙәр ҡоро" - "Ай, Уралым, Уралым" фестивале ҡунағы
Күгәрсен районының "Ағинәйҙәр ҡоро" - "Ай, Уралым, Уралым" фестивале ҡунағы
Автор:Айгөл Айытҡолова
Читайте нас