

Тәүге фестиваль 2017 йылда халыҡ-ара статусында ойошторола һәм илебеҙ төбәктәренең йөҙҙән ашыу вәкилен, сит илдәрҙән - Ҡырғыҙстандан, Ҡаҙаҡстандан, Белоруссиянан ҡунаҡтарҙы берләштерә. Этно-коллективтарҙың, милли кейем тегеүсе оҫталарҙың сығыштары, балалар халыҡ уйындары, шулай уҡ милли көрәш һәм «Баҡшай мәргәне» ғәҙәти уҡтан атыу буйынса турнирҙар фестивалдең үҙенсәлеге булып тора.
Фестиваль төрлө ижади һөнәр вәкилдәре тәжрибә туплаған, жанр йүнәлештәре буйынса оҫталыҡ дәрестәре үткәргән ижади лаборатория булып тора.