

- Байрам башынан алып аҙағына тиклем йыр-моң менән үрелеп барҙы, Меңйетәр мәҙәниәт йортоноң “Аҡ тирмә” өлгөлө башҡорт фольклор коллективы “Ҡарға бутҡаһы” йолаһын күрһәтте, унан тыш “Хәтирә” башҡорт халыҡ ансамбле коллективы “Бирнә”, “Кейеҙ баҫыу” йолаларын сәхнәләштерҙе. Ғәбиҙә Вәлиева тигән оҫта тамбурлы сигеү серҙәренә өйрәтте.
Ҡаҙанда боҫрап торған тәмле бутҡа бешерҙеләр, ололар ҙа, балалар ҙа төрлө уйындарҙа, ярыштарҙа ҡатнашты.
Был мәртәбәле сара күңел асыуға ғына ҡайтып ҡалманы, “XXI быуат башында балаларҙы тәрбиәләүҙә тардицияларҙы, халыҡ педагогикаһын һаҡлау, үҫтереү һәм ҡулланыу” темаһына арналған түңәрәк өҫтәл дә ойошторолдо. Үҫеп килгән быуынды тәрбиәләүҙә өләсәйҙәрҙең роле тураһында бик тә әһәмиәтле һөйләшеү булды.
“Аҡ тирмә” милли –мәҙәни үҙәге рәйесе Рәйсә Күзбәкова, “Өләсәйҙәр мәктәбе” етәксеһе Тәнзилә Бикбаева, ғалимә, БДУ профессоры Гүзәл Вилданова, философия фәндәре кандидаты, БДПУ доценты Айһылыу Хөсәйенова һәм башҡаларҙың сығышын түңәрәк өҫтәлдә ҡатнашыусылар хуплап ҡарышланы.
Бик йөкмәткеле һәм, иң мөһиме, кәрәкле, файҙалы сарала ҡатнашыу бәхете тейҙе, ул киләсәктә лә даими ойошторолоп торһон ине тигән теләктә ҡалабыҙ, - ти Вәсилә апай Ҡарағужина.