Мораҙым
+28 °С
Болотло
МӘҘӘНИӘТ
24 Июнь 2022, 04:18

Хуш, легенда! Хуш, кумирым!

- Киләһе осрашҡанға тиклем! Мин һеҙҙе яратам! ...Шулай һаубуллашҡайны ул республика тамашасыһы менән. 12 февралдә Өфөнөң ҡала мәҙәниәт йортонда өс сәғәткә яҡын барған концерты өс минут һымаҡ та булманы, йырҙарын тыңлап, көләс, яҡты йөҙөн  күреп туйманыҡ...  Бала саҡты, тәүге йәшлек таңын мөхәббәт-нур бөркөлгән йырҙары менән бәхетле иткән яҡташыбыҙ Юрий Шатуновтың арабыҙҙан китеүенә һис ышанғы килмәй.  Йырҙары, тыуған ерендә һуңғы тапҡыр әйткән һүҙҙәре өҙөк-өҙөк ҡолағымда сыңлай: - Мин дә бит тыумышым менән Башкириянан. Башҡорт телен, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, белмәйем. Бәлки, Алла бирһә, киләсәктә өйрәнермен. Иң яратҡан башҡорт ризығым- “Учпучмак”. Бөгөн гостиницаға туҡтағас та, һорап ҡарағайным, юҡ икән...

Хуш, легенда! Хуш, кумирым!Хуш, легенда! Хуш, кумирым!
Хуш, легенда! Хуш, кумирым!

 Балкондан тауыш:

- Юра, икенсе килгәнеңдә “учпучмак” әҙерләп көтөрбөҙ!

 Тамашасы:

- “Әсәй” тураһында йыр йырла әле!

 Юраның яуабы:

- Юҡ!.. Әсәй тураһында йырлаһам, миңә күңелһеҙ була. Мин моңһоуланһам, һеҙ ҙә моңһоуланаһығыҙ! Ә мин быны теләмәйем! Минең һеҙгә йылы өләшкем, байрам кәйефен бүләк иткем килә.

 

 Ысынлап та, ҙур байрам бүләк итте ул. Ҡыҙғаныс – һуңғы тапҡыр.

- Мине яратмағандарға үпкәм юҡ! Һәр кемдең үҙ фекере, зауығы! – шулай тине Юра.

 “Ҡыҙ тауышлы”, “Етем булыуы йондоҙ булырға ярҙам итте”... Шундай мәғәнәһеҙ һүҙҙәр яҙған музыкаль критиктар, әҙиптәр хатта “яҡташыбыҙ” тип ялған маҡтау һүҙҙәре яҙыр... Тормош дауам итер... Әммә һинең миллионлаған тамашасы йөрәгендә алған урының ды әллә ниндәй йондоҙҙар ҙа, таланттар ҙа алмаштыра алмаҫ!

 Хуш, легенда! Хуш, кумирым!

 Концертыңа “учпучмак” бешереп алып бара алмағаныма ҙур үкенес-әрнеү ҡалды... Ә эш өҫтәлемдә – һинән ҡалған яҡты иҫтәлек, һинең имзаң менән фотоһүрәтең!

Автор:Гульшат Саитбаталова
Читайте нас