Бөтә яңылыҡтар
МӘҘӘНИӘТ
21 Июнь , 14:12

Күсмә күргәҙмә эшләй

Шәһит Хоҙайбирҙиндыү йорт-музейында БАССР-ҙың халыҡ артисткаһы, күренекле башҡорт бейеүсеһе, ШәҺит Әхмәт улының ҡыҙы Тамара Хоҙайбирҙинаның 2023 йылда билдәләнәсәк 100 йыллығына арналған күсмә күргәҙмә эшләй башланы. Уны асыу сараһында  Ш.Хоҙайбирҙиндың Өфө ҡалаһындағы йорт -музейы мөдире Д. Зәйнуллин ҡатнашты.  - Тамара Шәһит ҡыҙының йөҙ йыллығы уңайынан эш башлаған күсмә күргәҙмә декабргә тиклем дауам итә. Унда арҙаҡлы яҡташыбыҙҙың тормошон, ижад юлын сағылдырған материалдар тупланған. БР һәм РФ журналистар һәм яҙыусылар союздары ағзаһы, яҙыусы-журналист, Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге район премияһы лауреаты Рәзилә Ырыҫҡужина уның 95 йыллығы уңайынан китаптар баҫтырғайны, хәтерегеҙҙә булһа, китап презентацияһы беҙҙә үтте.  Тарих менән, башҡорт мәҙәниәте менән ҡыҙыҡһыныусылар беҙгә килеп, Хоҙайбирҙиндар нәҫеле менән тағы ла төплөрәк таныша ала, - ти музей мөдире Динара Әминева. 

Күсмә күргәҙмә эшләй
Күсмә күргәҙмә эшләй

Шәһит Хоҙайбирҙиндыү йорт-музейында БАССР-ҙың халыҡ артисткаһы, күренекле башҡорт бейеүсеһе, ШәҺит Әхмәт улының ҡыҙы Тамара Хоҙайбирҙинаның 2023 йылда билдәләнәсәк 100 йыллығына арналған күсмә күргәҙмә эшләй башланы. Уны асыу сараһында  Ш.Хоҙайбирҙиндың Өфө ҡалаһындағы йорт -музейы мөдире Д. Зәйнуллин ҡатнашты. 

- Тамара Шәһит ҡыҙының йөҙ йыллығы уңайынан эш башлаған күсмә күргәҙмә декабргә тиклем дауам итә. Унда арҙаҡлы яҡташыбыҙҙың тормошон, ижад юлын сағылдырған материалдар тупланған. БР һәм РФ журналистар һәм яҙыусылар союздары ағзаһы, яҙыусы-журналист, Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге район премияһы лауреаты Рәзилә Ырыҫҡужина уның 95 йыллығы уңайынан китаптар баҫтырғайны, хәтерегеҙҙә булһа, китап презентацияһы беҙҙә үтте. 

Тарих менән, башҡорт мәҙәниәте менән ҡыҙыҡһыныусылар беҙгә килеп, Хоҙайбирҙиндар нәҫеле менән тағы ла төплөрәк таныша ала, - ти музей мөдире Динара Әминева. 

Автор:Айгөл Айытҡолова
Читайте нас в