Мораҙым
+28 °С
Болотло
МӘҘӘНИӘТ
20 Июнь 2022, 11:52
Исемағинәйҙәре әүҙем эшләй
Бөгөн Исем ауылы ағинәйҙәре Түкәт ауылы эргәһендә ерләнгән Ҡуйбикә ҡәберлегенә зыярат ҡылды. Ауыл ҡатын-ҡыҙҙары менән осрашып, арҙаҡлы ил ҡыҙы рухына аят бағышланылар. - Ҡуйбикә Бәндәбикәнең ҡарындашы булыуы ихтимал тигән фараздар бар. Ауыл халҡы уның мәңгелек төйәген кәртәләп, билдәләп ҡуйған. Уның рухына доғалар бағышлап, ил-йортобоҙға именлек теләнек. Ауыл эргәһендәге матур урындарҙы барып күрҙек, тәмле шишмә һыуынан ауыҙ иттек. Ҡырҙан ҡайтҡас, мәсетте барып күрҙек, Түкәт ауылының уңған ҡатындары менән һөйләшә-һөйләшә сәй эстек, киләсәктә бергә-бергә эшләргә, ағинәйҙәр ҡоро эшмәкәрлеген тағы ла әүҙемләштерергә килештек, - тип уртаҡлаша тәьҫораттары менән Исем ауылының ағинәйҙәр ҡоро ағзаһы Люциә Яҡупова.
Исемағинәйҙәре әүҙем эшләй
Фотолар шәхси архивтан алынды.
Исемағинәйҙәре әүҙем эшләй
Автор:
Айгөл Айытҡолова
Читайте нас
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"