

Элек-электән халҡыбыҙ ямғырҙы муллыҡҡа юраған. Һабантуй көнөндә яуған ямғыр ҙа еребеҙгә шифа, бәрәкәт булып яуһын, муллыҡ алып килһен!
Һабантуйға килеүселәр ҙә ямғырға ҡарап торманы, рәхәтләнеп күңел асты. Ғәҙәттә, берәүҙәр һабантуйға тамашалар ҡарарға, күңел асырға, аралашырға килһә, икенселәр милли һәм спорт уйындарында ҡатнашырға тип юллана.
Быйыл да төрлө бәйгеләр, ярыштар уҙған урындарҙа халыҡ байтаҡ ине: ҡомарлылар теге йәки был ярышта ҡатнашып ләззәт алһа, башҡалар улар өсөн янды-көйҙө, сәмләндерҙе, еңеүгә дәртләндерҙе.