

Дуэттар араһында Йомағужанан Роман Шәймарҙанов менән Айрат Алтынбаевтар 1-се, “Ныҡ егеттәр”төркөмө (Эльвира Төхвәтуллина) 2-се урынға; Мораҡ башҡорт гимназияһы уҡыусылары (Әлиә Садыҡова) 3-сө урынға сыҡты.
Солистар араһында беренселекте Маргарита Мәүлетҡолова (Мораҡ башҡорт гимназияһы), Назаркино ауылынан Снежана Әбдрәхманова (етәксеһе Светлана Копылова), 2-се урынды Тәүәкәндән Азалия Шәһәрова, Алмаз Йәнтилин (Гөлдәр Әбдрәхимова), Подгорное ауылынан Анастасия Бакаева (Людмила Обухова); 3-сө урынды Мораҡ башҡорт гимназияһынан Йәсминә Борисова, Глеб Казаков менән Наталья Шнейгер, Алмаз Сабитов (Әлиә Садыҡова) яуланы. Байрам күрергә килгән балаларға Кәнфит апай (Зөлфиә Илмөхәмәтова) тәмле приздар өләште.
Тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейы директоры Рөстәм Сәйетбатталов “Беҙ – ҡыпсаҡ ырыуынан!” рәссамдар бәйгеһе еңеүселәрен бүләкләп үтте.
Парктағы ҙур байрам эңгер төшкәнсе дауам итте. Бында балалар күбек диңгеҙендә ҡойоноп кинәнде. Балаларыбыҙҙың йөҙҙәрендә һәр саҡ шулай нур балҡыһын! Бәхетле балалар – һау, ныҡлы йәмғиәт һәм яҡты киләсәк!