Мораҙым
+24 °С
Дождь
МӘҘӘНИӘТ
21 Мая 2022, 10:05

Сәлихтар өсөн тауыш бирәйек!

Сәлих ауылының “Айыҡ ауыл - 2021” республика конкурсында ҡатнашҡанын барыбыҙ ҙа беләбеҙ. Улар конкурс барышында ҙур әүҙемлек күрһәтте. Һәм бына һуңғы ынтылыш – тауыш биреү башлана. Шуны һыҙыҡ өҫтөнә алыу кәрәк: сәлихтарҙың еңеү яулауына беҙҙең һәр беребеҙ үҙ өлөшөн индерә ала. 22-һенән 23 майға ҡараған төндә, «Айыҡ ауыл-2021» республика конкурсында һынау тотҡан ауылдар өсөн интернет аша тауыш биреү башлана.  Хөрмәтле дуҫтар, был эшкә бер-ике минут ваҡытығыҙҙы йәлләмәгеҙ!  

Сәлихтар өсөн тауыш бирәйек!Сәлихтар өсөн тауыш бирәйек!
Сәлихтар өсөн тауыш бирәйек!

Конкурста быйыл Башҡортостандың 54 районынан да ҡатнашалар. Халыҡ һанына ҡарап, ауылдар дүрт категорияға бүленгән: эре, ҙур, урта һәм бәләкәй. Тауыш биреү «Голос РБ» порталында ойошторолған. Ошонда уҡ һәр ҡатнашыусының презентация материалдары менән танышырға була. Үҙең теләгән ауыл өсөн тауышты 23 май 00.00 сәғәттән 1 июндең 23.59 сәғәтенә тиклем бирергә мөмкин. Һөҙөмтәгә ҡарап, ауылдар өҫтәмә балл йыясаҡ, был уларҙы призлы урындарға яҡынайтасаҡ. Шулай уҡ, конкурсты ойоштороу комитеты ҡарарына ярашлы, өҫтәмә махсус приздар ҙа буласаҡ. Еңеүселәрҙе бүләкләү тантанаһы ошо йылдың июнь айы аҙағында үткәрелә. Билдәле булыуынса, категорияларға ҡарап, еңеүселәр 1,5 — 6 миллион һум аҡса аласаҡ. «Айыҡ ауыл-2021» проекты Башҡортостан Башлығының республика Граждандар йәмғиәтенә булышлыҡ итеү фондынан алынған гранты иҫәбенә үткәрелә.

Автор:Гульназ Саитбатталова
Читайте нас