Мораҙым
+28 °С
Болотло
МӘҘӘНИӘТ
20 Май 2022, 06:15

Байрамдың биҙәге булды улар

 Кисә район мәҙәниәт һарайында уҙған “Пионерияға – салют!” байрамы күңелдәрҙә яҡты тәьҫораттар ғына ҡалдырҙы. Уның рухлы, ялҡынлы үтеүендә Балалар ижад үҙәгенең тырышлығы ҙур булды.  Зәйнәб Биишева исемендәге балалар сәнғәт мәктәбендә шөғөлләнеүсе йәш йондоҙҙарҙың сағыу сығыштары сараға тағы ла йәм бөрктө. Тантаналы байрам “Грация” өлгөлө бейеү ансамбле (етәксеһе Гөлшат Байтуғанова) башҡарыуында дәртле пионерҙар бейеүе менән асылды. Бөтә Рәсәй һәм республика конкурстарының лауреаттары – Анастасия Соколова, Аиша Йыһаншина, Артем Корнев һәм “Дэмитон” төркөмө (етәкселәре Флорида Кәримова) яңғыратҡан “Веселый ветер”,  пионерҙар отрядтары тураһында йырҙар күңелдәрҙең иң нескә ҡылдарын да тибрәтте.

Байрамдың биҙәге булды уларБайрамдың биҙәге булды улар
Байрамдың биҙәге булды улар

 

 Мораҡ башҡорт гимназияһының таланттары ла хайран итте. Улар Зәйнәб Биишеваның “Партизан малай” хикәйәһенән өҙөк сәхнәләштереп, һуғыш уйған йөрәк яраларын тергеҙҙе. Ә Мораҡ 1-се урта мәктәбе уҡыусылары А.Гайҙарҙың “Тимур һәм уның командаһы” әҫәрен сәхнәләштереп, бала саҡта тимурсылар командаһы менән өлкән инәйҙәргә, ветерандарға ярҙам итергә йөрөгән күңелле мәлдәрҙе иҫкә төшөрҙө.

 Тарихи яҡтан әһәмиәтле сараларҙың хәҙер юнармеецтарһыҙ үтеүен күҙ алдына ла килтереп булмай. Йәш патриоттарға, йәғни буласаҡ Ватан һаҡсыларына ҡарайһың да, илебеҙҙең яҡты киләсәгенә өмөт бағлайһың. Изге традицияларҙың, ҡиммәттәрҙең юғалтылмағанына инанаһың.

Автор:Гульшат Саитбаталова
Читайте нас