Мораҙым
+28 °С
Болотло
МӘҘӘНИӘТ
19 Май 2022, 11:32

Пионерҙар һәр саҡ сафта!

  Бөтә Союз пионер ойошмаһына – 100 йыл Хәтерегеҙҙәлер, ҡиблаларҙың аҫтын өҫкә килтергән 90-сылар башында, йәғни “үҙгәртеп ҡороу” осоронда, мәктәптәрҙә үҙенән-үҙе октябрят, пионер, комсомол ойошмалары ла бөтөрөлдө. Үҙем шул быуын вәкиле – сафҡа баҫып өлгөргән иң һуңғы пионерҙарҙың береһе булараҡ, алы-ыыҫ бала саҡта, комсомол апай-ағайҙар муйыныма ҡыҙыл галстук таҡҡан мәлдә, эстән ниндәй ғорурлыҡ кисергәнемде бөгөнгөләй хәтерләйем.  Ә бөгөн иһә район мәҙәниәт һарайында Пионерияға – 100 йыл тулыу айҡанлы ҙур күләмдә үткәрелгән тантана күңелдәге яҡты хәтирәләрҙе йәнә тергеҙҙе.  Шуныһы ҡыуаныслы – республикабыҙҙа “Башҡортостан пионеры” хәрәкәтенең, районда “Йәш күгәрсенлеләр” ойошмаһының уңышлы эшләүе быуындар күсәгилешлеген, матур традицияларҙың онотолмағанлығын күрһәтә.

Пионерҙар һәр саҡ сафта!Пионерҙар һәр саҡ сафта!
Пионерҙар һәр саҡ сафта!

 1922 йылдың 19 майы Владимир Ильич исемендәге Бөтә Союз пионер ойошмаһының тыуған көнө булараҡ тарихҡа уйылып ҡала. Ҡайһы бер яңы заман зыялылары, тарихсылары нисәмә быуын кешеләрен тәрбиәләгән совет мәктәбенә күпме ҡара яғырға тырышмаһын, был ойошма балаларға бәләкәйҙән хәрби-патриотик, әхлаҡи-рухи тәрбиә биреү, аңдарына намыҫ, берҙәмлек төшөнсәләрен һеңдереп үҫтереү кеүек юғары маҡсаттарға нигеҙләнеп төҙөлә.

 Бөгөнгө сарала пионерияның илебеҙ тарихында тотҡан урыны, әһәмиәте бар төҫтәрҙә сағылыш тапты.  Герой-пионер, Герой-комсомолдарҙың Бөйөк Ватан һуғышында ҡаһарманлыҡ күрһәтеп Еңеүгә тос өлөш индереүе лә иҫкә алынды. Пионерияның ветерандарына ла хөрмәт күрһәтелде.  

Автор:Гульшат Саитбаталова
Читайте нас