Мораҙым
+21 °С
Болотло
МӘҘӘНИӘТ
18 Май 2022, 13:13

Бөгөн - Халыҡ-ара музейҙар көнө

2015 йылда асылған Советтар Союзы геройы Фәттәх Шәмғоловтың музейы бер ҡасан да буш тормай. Бөгөн дә унда уҡыусылар өсөн экскурсия ойошторолдо. Музей фонды ярайһы уҡ йөкмәткеле, бай. "Бында герой яҡташыбыҙҙың фронттан яҙған хаттары, орден-миҙалдары, фотоһүрәттәре һәм башҡа шәхси әйберҙәре һаҡлана. Музейҙар көнө уңайынан үткәрелгән экскурсия балаларға оҡшаны, һәр әйберҙе ентекләп ҡарап, үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған һорауҙар бирҙеләр. Яҡташыбыҙҙың ҡаһарманлығы менән беҙ барыбыҙ ҙа ғорурланабыҙ",- ти клуб мөдире Мөслимә Зәйнәғәбдинова.

Бөгөн - Халыҡ-ара музейҙар көнөБөгөн - Халыҡ-ара музейҙар көнө
Бөгөн - Халыҡ-ара музейҙар көнө

Фотолар.

Бөгөн - Халыҡ-ара музейҙар көнө
Бөгөн - Халыҡ-ара музейҙар көнө
Автор:Айгөл Айытҡолова
Читайте нас