

1984 йылда иһә ул икенсе бинаға – 1918 йылда Мораҡ ревкомы һәм Ҡыҙыл Армия штабы урынлашҡан тарихи бинаға күсә. 1990 йылда тарих – тыуған яҡты өйрәнеү музейы исемен ала. 2007 йылда район музейы яңы асылған бинала – Балалар ижады үҙәгенең беренсе ҡатында урын ала.
Музей директоры булып төрлө йылдарҙа Ҡ.Х. Йәһүҙин, Г.Ш.Һатыбалова, Ф.Х. Абдуллин, А.Х. Сәлихова, С.А. Ғайсин, Р.М. Исмәғилова эшләй. 2006-2020 йылдарҙа музейға Ғәфүрә Миңнулла ҡыҙы Әбделмәнова етәкселек итә. Ул Күгәрсен районында “Үлемһеҙ полк” акцияһын башлаусы һәм уның координаторы ла булып тора, үҙ эшенә бар күңелен һалған директор ғүмеренең һуңғы көнөнәсә район тарихын байытыуға көс һала. Бөгөнгө көндә музейҙы район башҡорттары ҡоролтайы рәйесе, “Үлемһеҙ полк” хәрәкәте координаторы Рөстәм Миңғәли улы Сәйетбатталов етәкләй.
Туйөмбәттәге З.Биишева, Хоҙайбирҙин ауылындағы Ш.Хоҙайбирҙин музейҙары арҙаҡлы яҡташтарыбыҙҙың исемдәрен мәңгелләштереү маҡсатында төҙөлгән. Тәүгеһен - Зәбирә Кәримова, икенсеһен Динара Әминева етәкләй.
Бынан тыш, төрлө мәктәптәрҙә, балалар баҡсаларында музейҙар эшләп килә. Ике-өс йыл элек–Ялсы ауылында Советтар Союзы Геройы Фәттәх Шәмғоловҡа арналған музей асылды.