Мораҙым
+1 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
МӘҘӘНИӘТ
1 Май 2022, 10:38

Йырлап-бейеп күңел астылар Бәйембәт яланында

 “Айыҡ ауыл – 2021” республика бәйгеһе сиктәрендә ҙур күләмдә уҙғарылған “Бәйембәт уйындары” райондың бар мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәрен һәм Сәлих ауылы халҡын бер урынға тупланы.  Ауылдың иң өлкән кешеләре – Ғәрифә менән Өпөлхаҡ Сәлиховтар был уйындарҙың тарихы менән таныштырып, заманында ни тиклем әһәмиәтле икәнлеген әйтеп үттеләр. Тап ошо яланда эткөсөктәр һәм сапыҡтар өҙә баҫып бейегән, улар араһында күпме йәрҙәр табышҡан, ҡауышҡан, матур ғаиләләр төҙөлгән.  Оҫта гармунсыларҙы, йырсыларҙы, бейеүселәрҙе берләштереүсе “уйындар” ысынлап та байрам төҫөн алды. Ихласлығы менән йәлеп итеүсе сарала хатта хөрмәтле ҡунаҡтар – район етәксеһе Азамат Сәйфуллин, күренекле шашкасы Тамара Танһыҡҡужина, “Айыҡ ауыл”проекты координаторы Сәлиә Мырҙабаева түңәрәккә бейергә төшмәй булдыра алманы.

Йырлап-бейеп күңел астылар Бәйембәт яланында
Йырлап-бейеп күңел астылар Бәйембәт яланында

 Ә “Сапыҡ баҙары”на килгән һатып алыусылар сәлихтарҙың уңғанлығына, оҫталығына тағы ла бер ҡат инанды. Алтын ҡуллы инәйҙәр, килендәр бешергән сәк-сәктән, тәмле бәлештәрҙән, тоҙло-моҙлонан сауҙа рәттәре һығылып торҙо. Һәм ҡиммәтселек заманында осһоҙлоғо менән хайран итте. Күбек майынан ауыҙ итеп, алыҫ бала саҡ хәтирәләрен яңыртыу бәхетенә лә ирештерҙе алсаҡ, йомарт күңелле сәлихтар.

 “Бәйембәт уйындары” күңелгә ял бирҙе, тик яҡты тәьҫораттар ҡалдырҙы.

  

Автор:Гульшат Саитбаталова
Читайте нас: