Мораҙым
+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
МӘҘӘНИӘТ
22 Апрель 2022, 12:42

"Ҡарға бутҡаһы"

"Айыҡ ауыл-2021" конкурсы сиктәрендә Сәлих ауылы халҡы балаларға йола байрамдарын да күрһәтә. "Ҡарға бутҡа"һы башҡорттарҙа яҙҙы ҡаршылауға арналған традицион байрам.Йола буйынса ҡатын-ҡыҙҙар һәм балалар (14 йәшкә тиклемге малайҙар) тауға йәки башҡа ҡалҡыу урынға сыҡҡан, бер көн алда ауыл кешеләренән йыйған аҙыҡ-түлек килтерелгән, ағастар, ҡыуаҡлыҡтар таҫма, төҫлө яулыҡтар менән биҙәлгән. Бутҡа бешкәнсе балалар "Сысҡан менән бесәй", "Аҡ тирәк – күк тирәк", "Йәшерәм яулыҡ" уйындарын уйнаны, шиғыр һөйләне, йомаҡ ҡойҙо. 

"Ҡарға бутҡаһы"
"Ҡарға бутҡаһы"

Тамаҡ ялғағас, ҡоштарҙы ла онотманылар:
 «Ал ризыҡты,ал
Аша,ҡарғам, аша!», - тип ҡалған бутҡаны ағас аҫтына ҡоштарға һалып сыҡтылар.

"Ямғырҙы ваҡытында яуҙырһындар.Илдә именлек, беҙгә туҡлыҡ, һаулыҡ теләһендәр" тип матур теләк әйтте ололар.

"Самауыр сәйҙәре эсеп,рәхәтләнеп ял итеп таралаштыҡ, байрам балаларға бик оҡшаны", - ти байрамға сығыусылар. 

Автор:Айгөл Айытҡолова
Читайте нас: