Мораҙым
+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
МӘҘӘНИӘТ
17 Апрель 2022, 12:10

Үҙ ҡаҙанында ғына ҡайнамайҙар

“Айыҡ ауыл-2021” республика бәйгеһендә ҡатнашыусы сәлихтар үҙ ҡаҙанында ғына ҡайнамай, улар башҡаларҙы ла мәҙәни  һәм спорт сараларына ылыҡтыра, шундай сараларҙы ойоштороу буйынса инициатор булып торалар. Кисә сәлихтаршашкасыларҙы Исем урта мәктәбенә рус шашкаһы буйынса район-ара турнирға саҡырҙылар. Унда барлығы 42 спортсы ҡатнашты. Интеллектуаль уйынды шашка буйынса спорт мастеры, күп тапҡыр Башҡортостан һәм Рәсәй чемпионы Янис Сафин (Ишембай ҡалаһынан) баһаланы. Туғыҙ тур һөҙөмтәләре буйынса ныҡышмалы көрәштән һуң Мораҡ ауылынан Дамир Зәйнетдинов абсолют чемпион исемен яуланы. Сәлих ауылынан Люциә Рәхимова ҡатын-ҡыҙҙар араһында чемпион булды.

Үҙ ҡаҙанында ғына ҡайнамайҙар
Үҙ ҡаҙанында ғына ҡайнамайҙар

Төрлө йәш категорияларында 18 призер район хакимиәте кубоктары, миҙалдары һәм грамоталары менән бүләкләнде. Сәлих ауылынан Люциә Рәхимова ҡатын-ҡыҙҙар араһында чемпион булды. Турнирҙан һуң спорт мастеры Я.Сафин бер үк ваҡытта 18 ҡатнашыусы менән сеанс үткәрҙе. Призерҙарҙы еңеүҙәре менән ҡотлайбыҙ һәм артабанғы спорт ҡаҙаныштарын теләйбеҙ. Был сараны ойошторорға һәм уҙғарыуға ҙур көс һалған сәлихтарға, район хакимиәтенең  йәштәр эштәре, спорт һәм бәлиғ булмағандар бүлегенә, Исем ауыл  биләмәһенә, балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбенә, Исем урта мәктәбенә “афарин!” тиергә генә ҡала!

#трезвоесело2021 #айыҡауыл2021
#ҡоролтай #курултайбашкир
#шашки #Межрайонныйтурнир #Күгәрсенрайоны #Кугарчинскийрайон #Исимовскийсельсовет #деревняСалихово

#Всемирныйкурултайбашкир #Бөтәдонъябашҡорттарыҡоролтайы 

 

Үҙ ҡаҙанында ғына ҡайнамайҙар
Үҙ ҡаҙанында ғына ҡайнамайҙар
Автор:Гульназ Саитбатталова
Читайте нас: