Мораҙым
+18 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
МӘҘӘНИӘТ
15 Апрель 2022, 09:36

Китапхана - рухи хазина

Районында китапханалар селтәре уңышлы ғына эшләп килә, үҙ һөнәренең оҫталарын ғына туплаған өлкә ысын мәғәнәһендә йәмғиәтебеҙҙең айырылғыһыҙ өлөшө, халыҡтың рухи ихтыяжын ҡәнәғәтләндереүсе тармаҡ.   

Китапхана - рухи хазина
Китапхана - рухи хазина

- Концерт-тамашалар ауыл еренә бик килә һалып бармай, телевизор ялҡытып та китә. Ә китапхана, клуб менән берлектә үткәрелгән төрлө кисәләр, мәҙәни саралар халыҡты берләштерә, ойоштора. Ауылда бит инде эш күп. Йырып сыҡҡыһыҙ эш араһында бер-береңде күреп һөйләшеү, аралашыу өсөн нәҡ мәҙәниәт усаҡтары ҡулай. Тематик кисәләр ҙә үткәреп торабыҙ. Китап фонды ла кәм тигәндә йылына ике рәт тулыланып тора. Балалар өсөн әкиәт китаптары байтаҡ килде. Ололар инде башлыса совет осоро әҙәбиәтенә өҫтөнлөк бирә. Дөйөм алғанда, халыҡ беҙҙә китапханаға юлды һыуытмай, - ти Нуҡай ауыл китапханаһы хеҙмәткәре Сәйҙә Байғүбәкова.

Автор:Айгөл Айытҡолова
Читайте нас: