Мораҙым
+21 °С
Болотло
МӘҘӘНИӘТ
15 Апрель 2022, 14:10

Бөтә милләттәрҙе берләштереүсе байрам

Милли кейемдәр көнөн  бөтә милләттәрҙе дуҫлаштырыусы, берләштереүсе күңел һәм рух байрамы тип атаһаң, дөрөҫөрәк булалыр.  З.Биишева исемендәге ял паркы гөл-сәскәгә күмелгән болондо хәтерләтте: береһенән-береһе сағыуыраҡ милли кейемдәрҙән күҙҙәр ҡамашты. Үҙҙәренең тарихи тамырҙарын тойған, рухи күтәренкелек кисергән гүзәл заттар һәм ир-егеттәр район мәҙәниәт һарайы хеҙмәткәре Гүзәл Ғәбитова ойошторған флэшмобта төрлө милләт бейеүҙәрен бейеп кинәнде. Бөгөнгө сарала ҡатнашыусылар һис шикһеҙ бөтмәҫ дәрт, илһам алды, рухланып, күңелдәренә матур тәьҫораттар менән байытты. #Рәсәйхалыҡтарыныңмәҙәнимираҫйылы# Башҡортмәҙәниәтеһәмрухимираҫйылы#милликейемдәркөнө#күгәрсенрайоны #күгәрсенрайонбашҡорттарыҡоролтайы#

Бөтә милләттәрҙе берләштереүсе байрамБөтә милләттәрҙе берләштереүсе байрам
Бөтә милләттәрҙе берләштереүсе байрам

Милли кейемдәр көнөн  бөтә милләттәрҙе дуҫлаштырыусы, берләштереүсе күңел һәм рух байрамы тип атаһаң, дөрөҫөрәк булалыр.

 З.Биишева исемендәге ял паркы гөл-сәскәгә күмелгән болондо хәтерләтте: береһенән-береһе сағыуыраҡ милли кейемдәрҙән күҙҙәр ҡамашты. Үҙҙәренең тарихи тамырҙарын тойған, рухи күтәренкелек кисергән гүзәл заттар һәм ир-егеттәр район мәҙәниәт һарайы хеҙмәткәре Гүзәл Ғәбитова ойошторған флэшмобта төрлө милләт бейеүҙәрен бейеп кинәнде.

Бөгөнгө сарала ҡатнашыусылар һис шикһеҙ бөтмәҫ дәрт, илһам алды, рухланып, күңелдәренә матур тәьҫораттар менән байытты.

#Рәсәйхалыҡтарыныңмәҙәнимираҫйылы# Башҡортмәҙәниәтеһәмрухимираҫйылы#милликейемдәркөнө#күгәрсенрайоны #күгәрсенрайонбашҡорттарыҡоролтайы#

Автор:Гульназ Саитбатталова
Читайте нас