Мораҙым
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
МӘҘӘНИӘТ
15 Апрель 2022, 09:22

Бөгөн - милли кейем көнө

Башҡортостанда йылына ике тапҡыр – сентябрҙең икенсе һәм апрелдең өсөнсө йомаһында Милли кейем көнө билдәләнә. Йәмәғәтселек тарафынан хуплау тапҡан был сара социаль селтәрҙәрҙә лә киң таралды: төрлө халыҡ вәкилдәре милли кейемдәр кейеп төшкән фотоларын сәхифәләренә ҡуйып, теләктәшлек белдерә. “Был фотола бейемемдең әсәһе, Мәғәмүрә ҡәртнәй.. Ҡатай ырыуы башҡорто. Кейеменең бай булыуына ҡарағанда , хәлле ғәиләнән булыуы күренә. Ҡурган яғындағы башҡорттарға хас  селтәре шау тәңкәнән тора. Итәгендә, сәскә, тулҡын формаһында аппликация һалынған, уны тигеҙ итеп килтереп сыгарыуы еңел түгеллеген, тегенселәр генә аңлайҙыр. Бындай биҙәкле итәкте мин бер ҡайҙала осратҡаным юҡ әлегә. Ҡушъяулыҡты , эйәк аҫтынан һаҡал менән беркеткәндәр. Ул яҡтағы ҡыҙҙар кейәүгә сығыр алдынан, 15 – 20-ләп тамбур менән сигелгән алъяпҡыстар әҙерләр булған. Бейемемдең дә, килен булып килгәндә, бик күп алъяпҡысы булған”, - ти фото тарихы менән уртаҡлашып Аҫылбикә апай Мәжитова.  

Бөгөн - милли кейем көнө
Бөгөн - милли кейем көнө

Милли кейемдәр – милләт асылы тип юҡҡа ғына әйтмәйҙәрҙер, йылдар үтә килә үткәндәргә, тарихҡа байҡау яһап, өләсәй-ҡәртәсәйҙәр ҡомартҡыһының ҡәҙерле монаят иткәнлеген аңлайбыҙ.

Фото -ғаилә архивынан.

Автор:Айгөл Айытҡолова
Читайте нас: