Мораҙым
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
МӘҘӘНИӘТ
8 Апрель 2022, 09:10

Үәт күңелле йәшәйҙәр ҙә һуң сәлихтар!

Бер ҡараһаң мәҙәни саралар үткәрәләр, икенсе ҡараһаң, гуманитар ярҙам ойошторалар, өсөнсө ҡараһаң, спорт ярыштары уҙғаралар... Ирекһеҙҙән уй тыуа, ҡайҙан шул тиклем дәрт алалар икән?! Ни генә тиһәң дә “афарин”дан башҡа һүҙ юҡ – һәр ваҡыт шулай йәшәүҙең һәр көнөнән йәм табып йәшәһендәр!  Кисә улар Бөтә донъя сәләмәтлек көнө уңайынан Мораҡ ауылындағы балалар - үҫмерҙәр спорт мәктәбендәге бассейнға килеп, йөҙөү буйынса ГТО нормаһын тапшырҙылар. Әйткәндәй, улпар араһында ололар ҙа, балалар ҙа бар ине.  Тырыш, уңған сәлихтарға “Айыҡ ауыл - 2022” республика конкурсында еңеү яуларға насип булһын, тип теләйек, дуҫтар!

Үәт күңелле йәшәйҙәр ҙә һуң сәлихтар!
Үәт күңелле йәшәйҙәр ҙә һуң сәлихтар!
Автор:Гульназ Саитбатталова
Читайте нас: