Мораҙым
-4 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
МӘҘӘНИӘТ
5 Апрель 2022, 12:31

Сәсмәүер

Сәсмәүер Алһыу Хәлитова Миләш (Хикәйә)          Минең күҙем төштө. Ике көн ҡоймалағы ярыҡтан йәшенеп кенә ҡарап, күҙәтеп йөрөнөм ҡунаҡ ҡыҙын. Өсөнсө көн бар ҡыйыулығымды йыйҙым да, ҡойма аша: “Эй, һинең исемең кем? Минеке – Марат”, - тип ҡысҡырҙым. Ҡыҙыҡай терт итеп ҡалды. Күҙҙәрен сылт-сылт йомоп тирә-яғына ҡарап алғас, мине күрҙе, бер ни әйтмәй, йүгереп өйгә инеп китте. Тутыйғош ултыртылған ситлеген дә онотманы. Көн һайын ситлеген тышҡа алып сыға ла, ҡарауыллап ултыра. Күҙҙең яуын алырҙай бәләкәй генә сыбар тутыйғоштоң  ситлектән осоп сығып китеүе лә бар шул. Шулай ҙа, ни эшләп ҡурҡты икән? Ул ҡырағаймы, әллә мин ҡурҡынысмы? Был уй кискә тиклем тынғы бирмәне.   Дауамы - сайтта: 

Сәсмәүер
Сәсмәүер

Кисен әсәйем мине күрше Зәйтүнә инәйгә ойотмос алырға ебәрҙе. Бүтән ваҡытта ҡырҡ тапҡыр әйттереп, инәлтеп кенә тыңлар инем. Ә был юлы бер өндәшеүе етте, банканы эләктерҙем дә саптым күршеләргә! Әйтерһең, унда картуфты ҡарбузға алыштыралар. Әсәйемдең күҙҙәре ҡаластай булып, аптырап тороп ҡалды. Ул бит минең күрше әбейҙең ейәнсәренә күҙем төшкәнде белмәй!

- Һаумыһығыҙ, Зәйтүнә инәй. Әсәйем ойотмос һорағайны, Ойтҡан ойотам, ти.

- Ә-ә-ә, Марат, үт әйҙә, үт. Ойтҡанлыҡ ҡына ойотмос бирәм, әлбиттә.

- Инәй, ейәнсәрегеҙ ҡурҡаҡ ҡуян икән. Бөгөн мин уны өркөттөм шикелле.

- Эйе, ҡыҙҙарҙың ҡотон алып йөрөгән күрше малай тураһында һөйләгәйне шул. Күптән килгәне булмағас, әлегә береһен дә белмәй. Етмәһә һин дә, Марат, ҡысҡырып йөрәген табанына төшөргәнһең. Мин дә ҡурҡыр инем. Лилиә менән беҙ һине шайтан малай тип атаныҡ. Ҡыҙым, сыҡ, шайтан малай килде!

- Лилә мин, Лилә! Ә Лилиә түгел, - тип ризаһыҙ йөҙ менән минең мөхәббәтем күренде...

- Марат улым, бөгөн һыу инергә барһаң, Лилиәне лә үҙең менән ал әле. Бер сумаҙан кейем тейәп килгән, урамдан тышҡа сыҡҡаны юҡ.

- Кискәрәк барырмын тигәйнем. Шайтан тип әйтмәһә, алып барырмын.

Танышыу әллә ни ҡурҡыныс та түгел икән. Әсәй күптән ойтҡан ойотһа, ике көн буйы көтөргә лә тура килмәгән булыр ине. Кисен, һүҙ биргәнсә, Лилиәне һыу төшөргә саҡырырға индем.

- Кем йылға буйына бара? Мин киттем! - тип ҡорған эленгән асыҡ ишек аша ҡысҡырҙым. Шул саҡ ҡорған  асылып китте лә тупһала хушбуй еҫе аңҡыны. Минең Лиләм кейгән сарафандағы шау сәскәләр тап шулай аңҡый торғандыр. Беҙҙең ауылда ҡыҙҙар ҡунаҡҡа ҡупшы кейенеп йөрөмәй әле, ә был йылға буйына шулай барырға йыйынған. Класташтарым беҙҙе бергә күрһә, эй көнләшерҙәр инде.

Эйеккә барып еткәнсе үҙем тураһында барыһын да һөйләнем: йүргәктә ятҡанымдан алып, мәктәптә ниндәй билдәләргә уҡыуыма тиклем. Ә минең мөхәббәтем, киреһенсә, шым ғына тыңлап барҙы. Малайҙар, кем ул, кемгә килгән, нисек таныштың, кеүек һорауҙары менән башымды ҡатырҙы. Ә ҡыҙҙар Лиләнән күҙҙәрен дә алманы. Купальнигының йөйҙәренә тиклем тикшереп сыҡтылар. Лилә йөҙә белмәй ине. Шуға ла, аяҡтарын һыуға тығып, яр буйында ғына ултырҙы.

Өйгә кукуруз баҫыуы аша ҡайттыҡ. Ғәҙәттә ауылыбыҙҙың бөтә ҡыҙҙары ла кукуруз ҡурсағы менән әсәй-ҡыҙ уйнарға ярата. Кисә ҡурсаҡтың сәстәре ҡыҙыл ине, бөгөн – аҡ. Әммә Лиләгә  бындай ҡурсаҡ бөтөнләй кәрәкмәй булып сыҡты.

- Фу, ул бит тиҙҙән кибәсәк, күҙҙәре лә, ауыҙы ла юҡ, - тип һөйләнде матурҡай.

Икенсе көнө юлыбыҙ еләк түшәлеп үҫкән ялан аша үтте. Туйғансы еләк  ашаныҡ. Мин һеңлемә лә йыйып алдым.

- Марат кем менән еләк ашай шул? - тигән тауыш ишеттем артымда.

- Сәләм, Миләүшә! Ә һин һәр ваҡыттағыса яңғыҙ! Таныш бул, Лилә, Зәйтүнә инәйҙең ейәнсәре.

Миләш олатаһының күлдәген кейеп алғайны, шортыла, башында  гәзиттән үҙе эшләп алған кепка. Ҡыҙҙы кем яҡындан белмәй,  ҡайһылай тупаҫ, тип уйлап, үпкәләргә лә мөмкин.

- Мин яңғыҙ түгел! - тип, ҡыҙ кәрзиндә ултырған Балыҡсы исемле бесәйенә ишараланы.  Тегеһе үҙенең исемен ишетеүгә мыяулап тауыш бирҙе.

Ярай әле Миләш килеп сыҡты. Юҡһа Лилә эргәмдә һаңғырау һәм телһеҙ кеүек йөрөй ине. Ҡыҙҙар юл буйы һөйләшеп ҡайтты.

Эйек буйына Миләүшә гел мыйыҡлы дуҫы менән килә. Һыу төшөүҙән башҡа мәшәҡәттәре лә күп ҡыҙҙың. Ҡояшмы, ямғыр яуып торамы, тәүҙә бесәйенә тип 5-6 балыҡ тота. Ҡулдан эшләнгән ҡармағы ла бар уның.  Унан алып килгән керен йыуа. Шунан ғына бер яҡ ситтә һыу инә. Лиләнең аптырауҙан күҙҙәре маңлайына менә яҙҙы. Ҡыҙ кеше балыҡ ҡармаҡлаһын әле! Керҙе лә йылға буйында йыуып ултырмаҫ инем, тип уйланы ул эстән генә.

- Нишләп бесәйеңдең исеме Балыҡсы? Уға балыҡты үҙең тотоп бирәһең бит һуң? - тип һораны Лилә яңы дуҫынан, бер аҙ аптырап.

- Балыҡсы гел минең менән, мине бер ваҡытта ла яңғыҙ ҡалдырмай. Шуның өсөн рәхмәтемде белдереп, уны яратҡан балыҡтары менән һыйлайым. Йылға буйына былай ғына килеүҙе аңламайым мин. Өләсәйем бер ваҡытта эшһеҙ ултырмай, шулай булғас, мин дә бушты бушҡа уҙғарып йөрөргә яратмайым. Эш эшләгәндән һуң һалыҡын ғына һыуға инеү шул тиклем рәхәт! Өләсәйҙәр ҡышҡы кистәрҙе нисек үткәрә, беләһеңме? Улар өсөн эш – ул иң яҡшы ял бит ул.

Уның һүҙҙәренән һуң Лилиә ҡайтып еткәнсе һөйләшмәне, әйтерһең, ауыҙына һыу тултырған.  Балыҡсы ғына, кәрзиненән башын сығарып, мине үсекләгәндәй, башын һелкеп бара.

Икенсе көнө ҡыҙҙар хайран ҡалдырҙы. Улар йылға буйына үҙҙәре генә киткәйне! Тәлмәрйен ояһы тип атап йөрөтөлгән балалар пляжына килгәндә Лилә юҡ ине. “Әллә Миләүшә уны арҡысаҡҡа алып киттеме?” - тигән уй йүгереп үтте башымдан. Ҡунаҡ ҡыҙыҡай йөҙә белмәйҙер, тип башына ла килтермәйҙер инде. Арҡысаҡҡа сабып тигәндәй барып еттем. Арҡысаҡ – Эйек йылғаһындағы иң тәрән урын. Ошо урында уға икенсе бер йылға ҡушыла, исеме шунан алынған. Өҫтән ҡарағанда ул ысынлап та бер-береһенә арҡыры ҡағылған ике таяҡҡа оҡшаған.

Ысынлап та, мин барып еткәндә Лилә Балыҡсы менән яр буйында ине. Ә Миләш ултырып алған да балыҡ ҡармаҡлай. Уф-ф-ф, тип еңел тын алдым.

- Сабып килдеңме әллә? - тип көлдө Лилә минән. Ысынлап та, финишҡа килеп еткән спортсы кеүек, саҡ тын ала инем. Миләш тә:

- Ул бит беҙҙең ауылдың беренсе спортсыһы! - тип утҡа май өҫтәй. Ҡыҙҙар унан һуң да мине оҙаҡ мәрәкәләне. Мин бында эй күрше ҡыҙы өсөн ҡурҡҡан булам, ә улар!.. Хатта илағым килеп китте. Бушҡа көйгәнмен, тип уйларға ла өлгөрмәнем, ҡыҙҙарҙың ҡысҡырғанын һәм һыуҙың шап та шоп килгәнен ишеттем. Уларға һыр бирмәҫкә тырышып, тәүҙә артыма әйләнеп ҡарамаҫҡа, пляжға кире китергә уйлағайным. Әммә Миләштең йән өҙгөс ҡысҡырыуынан һуң ғорурлығым һыпырып алғандай булды. Лилә батып бара! Ҡотом табаныма китте. Ҡатып ҡалдым. Ниҙер әйтергә итәм, тауышым сыҡмай, күҙҙәрем генә сылт-сылт йомола. Миләш Лиләне ҡотҡарырға тип һыуға ырғыны. Уға ҡыҙҙы һөйрәүе еңелдән түгел, үҙенә ла батмаҫҡа кәрәк бит. Шулай ҙа бирешмәне, Лиләне ярға һөйрәп килтерҙе. Тегеһе, һыу йотоп, саҡ йылға төбөнә китмәй ҡалды. Иҫемә килеп, Миләшкә ярҙамға ташландым. Лиләне икәүләп ярға сығарҙыҡ. Ҡыҙыҡай иҫһеҙ ине. Шул ваҡыт үҙем дә аңламайынса ҡысҡырырға тотондом, әммә нимә тип ҡысҡырғанымды иҫләмәйем. Миләш: “Ауыҙыңды яп, Марат!” - тип мине этеп ебәрҙе. Үләнгә ҡолап киттем. Күҙ алдымда - Зәйтүнә инәй, уға нимә тип әйтербеҙ?..

Миләш ҡурҡып ҡалманы, хәленән килгәндең барыһын да эшләне. Мәктәптә “Батып барған кешегә тәүге ярҙам” тигән плакат тора, шунда яҙылғандарҙың барыһын да теүәл үтәне. Ғүмер буйы кешеләрҙе ҡотҡарған, тиерһең. Мин Лиләнең өләсәһе, әсәһе менән атаһы тураһында уйланғансы, Миләш уны иҫенә килтерҙе. Аҙаҡ ҡыҙҙар ҡосаҡлашып оҙаҡ иланы, хатта Эйек һыуы ярҙарынан сыға яҙҙы. Мин, оялышымдан ер тишегенә инерҙәй булып, ситтә Балыҡсы менән ултырҙым. Яндарына барманым.

Лилә һыу эсенә күҙ асып йомған арала төшөп киткән. Миләш уға, бесәйгә ашата тор, тип тотҡан балығын һуҙған. Шыйғалаҡ балыҡ, уның ҡулынан тайып, йылғаға һикергән. Яр ситенә үк килгән ҡыҙ тигеҙлек һаҡлап ҡала алмаған, балыҡ артынан һыуға бүлт итеп ҡалған.

1 сентябрҙә бөтә мәктәп ҡотҡарыусы Миләүшәгә ҡул сапты. Уға ҡарап,  башымда бер уй өйөрөлдө: бына мин кемде ысынлап яратам икән – Миләшкәйҙе! Уҡыусылар  Зәйтүнә инәйгә килгән ҡунаҡ ҡыҙының бата яҙыу тарихын, уны ҡотҡарған Миләштең ҡыйыулығын телдән төшөрмәй һөйләне. Етмәһә, каникул аҙағына Лиләне ул йөҙөргә лә өйрәтте.  Миләштең фотоһы хәҙер маҡтау таҡтаһының иң түрендә эленеп тора.  

Ҡайтып киткәнендә Лилә Яңы йылға килергә һәм каникул бөткәнсе өләсәһендә ҡалырға һүҙ бирҙе. Уның ауыл инәйҙәренең ҡышҡы кистәрҙе нисек үткәргәнен үҙ күҙҙәре менән күргеһе килә ине. Миләштең: “Кис ултырырға, кис ултырырға...” - тип һөйләгәне күңеленә ныҡ инеп ултырғайны. Лилиә Яңы йылға ысынлап та килде. Килгәс тә күстәнәс мандарин һәм тутыйғош-шыршы уйынсыҡтарын алып, әхирәтенә йүгерҙе.

Иртән ауыл уртаһында ағайҙар, атайҙар эшләгән тауҙа эйҙек, төштән һуң Зәйтүнә инәйҙең баҡсаһында окоп ҡаҙыныҡ, кисен ҡыҙҙар өләсәләренә эйәреп “кис ултырырға” китте...

Алһыу ХӘЛИТОВА.

Автор:
Читайте нас: