Мораҙым
+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
МӘҘӘНИӘТ
1 Апрель 2022, 10:12

Ил инәһе исемен данлап

Ярһыу яҙҙың иң тәүге айы елдереп үтте лә китте. Тетрәндергес хәл-ваҡиғаларға ла, шатлыҡлы, тулҡынландырғыс мәлдәргә лә бай булды ул. Һүҙебеҙ, әлбиттә, икенсеһе – ил инәһенең тыуған төйәге Туйөмбәттә үткән Зәйнәб Биишева исемендәге әҙәби премияны тапшырыу тантанаһы һәм лауреаттар тураһында.  Лауреаттарҙың өсөһө лә бар ғүмерен изге Күгәрсен еренә, урындағы халыҡ мәнфәғәтенә намыҫлы хеҙмәткә бағышлаған күркәм кешеләр булғанғалыр ҙа, тантана ифрат йылы мөхиттә уҙҙы һәм күңелдәргә тик яҡты тәьҫораттар уйып ҡалдырҙы.

Ил инәһе исемен данлап
Ил инәһе исемен данлап

 Мәртәбәле премияға лайыҡ булыусылар араһында хеҙмәттәшебеҙ,  журналистика ветераны Собханғолов Роберт Шакир улының булыуына ҡыуанысыбыҙ сикһеҙ. Үткер ҡәләм оҫтаһының ижадында Зәйнәб Абдулла ҡыҙының тормошо һәм эшмәкәрлеген яҡтыртыусы публицистик мәҡәләләр, авторҙың ил инәһенә бағышланған шиғырҙары айырым урын биләй. Халыҡтың мәҙәни үҫешенә булышлыҡ итеүсе, эстетик тәрбиә биреүсе лирик һәм проза әҫәрҙәре менән дә баҫмабыҙ дуҫтары яҡшы таныш. “Мораҙым” гәзитендә эшләгән дәүерҙә ул даими рәүештә район тарихын, ер-һыу атамаларын өйрәнде һәм халыҡҡа үҙ фекерен ҡыйыу еткерҙе.

- Мәләүездә балаларым тәрбиәһендә рәхәт йәшәһәм дә, Күгәрсенем һағындыра. Шуға күрә тантанала тулҡынланып, әйтер һүҙемде лә онотҡанмын, - тип, тәьҫораттары менән һуңынан уртаҡлашты Роберт Шакир улы. - Минең хеҙмәтемде юғары баһалап оло хөрмәт күрһәткәндәре өсөн район халҡына, күгәрсендәремә, баһалама комиссияһына, район етәксеһе Азамат Сәйфуллинға, мәҙәниәт бүлеге начальнигы Рәмзиә Хөснуллинаға, Альбина Ладыженко етәкселегендәге Күгәрсен мәғлүмәт үҙәге коллективына, айырыуса “Мораҙым” гәзитенә, Розалия Исҡужина һәм бар хеҙмәттәштәремә, “Күгәрсен ТВ” телестудияһына рәхмәтем сикһеҙ. Райондағы талантлы ижад кешеләре, гүзәл заттарҙың аҫылдары - Мәҙинә Булатова, Зөлфиә Хәйбуллина менән бер рәттә тороуыма ла сикһеҙ шатландым. Тантана оло байрам кеүек булды, йөрәктәрҙе йәшәртте. Туйөмбәттәрҙең, Рәис Ҡунаҡбаев, Әхмәтйән Хәкимйән улының ихлас ҡабул итеүе лә күңелгә йылы бирҙе. Хөрмәтле Ләлә апай Биишеваның килә алмауы ғына, дөрөҫ, үкенеслерәк булды.

 БР-ҙың мәғариф алдынғыһы, үҙенсәлекле, тәрән мәғәнәле шиғырҙар тупланған ете китап авторы Зөлфиә Хәйбуллинаның беҙҙең “Мораҙым” гәзитендә генә түгел, мәҡәләләре, әҫәрҙәре татар һәм башҡорт телендә сыҡҡан төрлө республика баҫмаларында ла донъя күрә.

Зәйнәб Биишева ижады традицияларын дауам иттереүсе ҡәләм оҫтаһы тантанала “Тыныслыҡ” шиғырын уҡып ишеттерҙе. Көсөргәнешле заманда был лирик әҫәр актуаль яңғырап, күңелдәргә май булып яғылды.

 Йырсы һандуғасыбыҙ, БР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Мәҙинә Булатованы белмәгән кеше юҡтыр. Уның моңло тауышы район сәхнәһенән генә түгел, радионан да йыш яңғырай. Уның репертуарын хөрмәтле әҙибәнең һүҙҙәренә яҙылған йырҙар биҙәй (тантаналы сарала ла йөрәккә яҡын йырҙары менән яҙ өләште!) Халыҡ яҙыусыһының әҙәби мираҫын популярлаштырыуға, исемен мәңгеләштереүгә тос өлөш индерә Мәҙинә апай.

 Бер тынала үткән матур тантана халҡыбыҙға мәңге үлмәҫ әҫәрҙәре – әҙәбиәттең аҫыл өлгөләрен, йәғни бай әҙәби мираҫ ҡалдырған яҡташыбыҙ Зәйнәб Биишева рухының һәр ҡайһыбыҙ йөрәгендә мәңге йәшәүен тағы ла бер ҡат раҫланы.   

Автор:Гульшат Саитбаталова
Читайте нас: