Мораҙым
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
МӘҘӘНИӘТ
24 Март 2022, 15:48

Халҡыбыҙға рухи аҙыҡ өләшә улар

Йырлап-бейеп күңел асыу ғына түгел уларҙың эше, бурысы. Был һөнәр эйәләре халҡыбыҙҙы рухи яҡтан туҡландыра, дөйөм мәҙәни үҫешкә этәргес, матурлыҡҡа ынтылышҡа көс-дәрт бирә... Уларҙың тынғыһыҙ эшенән башҡа йәмғиәтебеҙҙе, йәшәйешебеҙҙе күҙ алдына килтереүе ҡыйын.  Бөгөн район мәҙәниәт һарайында Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре көнө уңайынан уҙғарылған байрам тантанаһында ла тынғыһыҙ һөнәр эйәләре тураһында йылы һүҙҙәр йыш яңғыраны.

Халҡыбыҙға рухи аҙыҡ өләшә улар
Халҡыбыҙға рухи аҙыҡ өләшә улар

 Тантана сәбәпселәрен район хакимиәте башлығының ауыл хужалығы буйынса урынбаҫары Михаил Чижков үҙе һәм район етәксеһе исеменән ихлас тәбрикләп, һөнәри оҫталығы менән айырылған эшсәндәргә район хакимиәте башлығының маҡтау ҡағыҙҙарын һәм рәхмәт хаттарын тапшырҙы.

 Район мәҙәниәт бүлеге начальнигы Рәмзиә Хөснуллина был өлкәләге ҡаҙаныштарҙы барлап, халыҡтың рухи һаҡсылары булған намыҫлы хеҙмәткәрҙәргә рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе, үҙ эшенең оҫталарын бүләкләп үтте.  

 Исемле йылда мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәренең иңдәренә айырыуса ҙур яуаплылыҡ, ҙур бурыстар төшә. Арымай-талмай эшләр өсөн тынмаҫ илһам, күңел күтәренкелеге, яҙғы ташҡындарҙай көс-дәрт юлдаш булһын үҙҙәренә!    

   

Автор:Гульшат Саитбаталова
Читайте нас: