Мораҙым
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
МӘҘӘНИӘТ
22 Март 2022, 11:52

Яҙҙар матур килһен!

21 мартта, көн менән төн тигеҙләшкән көндә, Юлдыбай ауыл биләмәһенең мәҙәниәт эшсәндәре, китапханасылар, Төпсән ауыл клубының үҙешмәкәр түңәрәгендә шөғөлләнеүсе бер төркөм апайҙар, тамашасылар Наурыз байрамын ҡаршыларға ашыҡты.

Яҙҙар матур килһен!
Яҙҙар матур килһен!

 Ҡар бабай (Хәйҙәр Миңлебаев) һис кенә лә бирешергә теләмәйсә, үҙенең ҡанундарын ҡуйып "маташты". Наурызбикәнең (Гөлгөнә Хөснуллина) юлын тотҡарлап, ҡамасауларға тырышҡан Мәскәй әбей (Розалия Ҡотлогилдина) инәйҙең (Нәфисә Миңлебаева) өгөтләүҙәренә күнеп, йылы һүҙгә алданып, Наурызбикәне байрам тамашаһына алып сыҡты.

 Наурызбикә килеп инеү менән яҙ һағынған күңелдәр иреп китте, йылылыҡ бөркөлөүгә түҙмәгән Ҡар бабай хушлашырға мәжбүр булды. Луиза Моталлапова, Мәҙинә Хөсәйенова, Нәсимә Ғибәҙәтова, Гөлдәр Йосопова, Линара Халиҡовалар матур теләктәргә ҡушылды. Ҡатын-ҡыҙҙар башҡарыуында "Яҙ йыры" йырланғандан һуң, байрам һәр кемдең күңел йылыһын һалып бешергән тәмлекәстәр менән сәй табынында дауам итте.
Иҫтәлеккә фотоға төшөп, бейешеп, ҡәнәғәт таралышты һәр кем.
Хәйерле яҙҙар килһен!

Автор:Розалия Искужина
Читайте нас: