Мораҙым
+28 °С
Болотло
МӘҘӘНИӘТ
11 Март 2022, 10:59

Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре йөҙөүҙә лә алдынғы

Бөгөн район мәҙәниәт бүлеге хеҙмәткәрҙәре йөҙөү буйынса ярышты. "Беҙ - сәләмәт тормош яҡлы!" девизы аҫтында үткән сара  Башҡортостанда профсоюздар федерацияһы ойошторолоуҙың 100 йыллығына арналды.  - Ярышта барлығы 20 хеҙмәткәр ҡатнашты, төрлө категорияла еңеүселәр билдәләнде. Һуңғы йылдарҙа мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре араһында йүгереү һәм саңғы ярыштары ла йыш уҙғарылып тора. Күгәрсен район мәҙәниәт бүлеге исеменән ярышта ҡатнашыусыларға ҙур рәхмәт белдерәбеҙ. Улар был спорт төрө ярышына ла битараф ҡалманы, мәҙәниәтебеҙҙең данын лайыҡлы яҡлап, еңеүгә күмәк тырышлыҡ менән өлгәштеләр. Иртәгә коллегаларыбыҙ саңғы ярышында ла көстәрен һынаясаҡ,  - тип бәйән итә мәҙәниәт бүлеге хеҙмәткәре Альбина Айҙарбәкова.    Еңеүселәр исемлеге - сайтта: 

Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре йөҙөүҙә лә алдынғыМәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре йөҙөүҙә лә алдынғы
Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре йөҙөүҙә лә алдынғы

    30-35 йәштәге ҡатын-ҡыҙҙар араһында:

        1-се урынды -  Гөлдәр  Ғөбәйҙуллина ( Йомағужа ауылы);
2 –се урынды – Анна  Бочкарева (Мораҡ ауылы);
3-сө урынды -  Гөлназ Әхмәтова (Мораҡ ауылы) яуланы.

       Йөҙөү ярышында  әүҙем ҡатнашлығы өсөн Диплом менән  Айгөл Айҙарбәкова бүләкләнде (Мораҡ ауылы);

 40-49 йәштәге ҡатын-ҡыҙҙар араһында:
1-се урында – Лилиә Ибраһимова (Ҡаран  ауылы);
2-се урында -  Ләйсән Сөләймәнова  (Үрге Биҡҡужа ауылы);
3-сө урында – Айгөл Юдаева  (Ялсы ауылы);

      Ярышта  әүҙем ҡатнашлығы өсөн Диплом менән   Гөлдәр Әбдрәхимова  бүләкләнде (Тәүәкән  ауылы);

 50-89 йәштәге ҡатын-ҡыҙҙар араһында:
1-се урын – Гүзәлиә Ҡотлобаева  (Мораҡ ауылы);
2-се урын – Альфира Табулдина (Әлмәс ауылы ) ;

3-сө урын – Гөлнара Йәғәфәрова (Нуҡай ауылы);

 30-39 йәштәге  ир-егеттәр  араһында:
1-се урын – Таһир  Сәйфетдинов  (Йомағужа ауылы);
2-се урын -  Фаил Сөләймәнов  (Мораҡауылы) ;
3-сө урын – Линар Сәйфутдинов (Мораҡ ауылы);

 

40-49 йәштәге  ир-егеттәр  араһында:

1-се урын – Радик Махмутов   (Ҡалдар  ауылы);
2-се урын -  Салауат Ниязғолов   (Мораҡ ауылы) ;
3-сө урын- Замир Харрасов (Теләүембәт ауылы);

  Ярышта  әүҙем ҡатнашлығы өсөн Диплом менән   Азамат Хөсәйенов бүләкләнде (Ибрай ауылы);

 

              50-59 йәштәге  ир-егеттәр  араһында:

                1-се урын- Хәйҙәр Минибаев (Юлдыбай ауылы);

                2-се урын- Әлфәт Яҡупов ( Мораҡ ауылы)

 

Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре йөҙөүҙә лә алдынғы
Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре йөҙөүҙә лә алдынғы
Автор:Айгөл Айытҡолова
Читайте нас