Мораҙым
+24 °С
Ямғыр
МӘҘӘНИӘТ
5 Март 2022, 04:18

Аҫалы балаҫ оҫтаһы

"Ағинәйҙәр ҡоро"ноң иң әүҙем ағзаларының береһе Зифа апай Баймәнованың ҡул эштәрен төрлө мәҙәни күргәҙмәләрҙә күреп, һоҡланмаған кешенең үҙе юҡтыр. Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының милли биҙәүес әйберҙәре- селтәр, һаҡал, ҡашмау - эшләү оҫтаһы булып танылған апай бөгөн аҫалы балаҫ һуғыу менән шөғөлләнә. Һуғыу станогын Бөрө яҡтарынан үҙе барып алып ҡайтҡан. 

Аҫалы балаҫ оҫтаһыАҫалы балаҫ оҫтаһы
Аҫалы балаҫ оҫтаһы

Балаҫ һуғыу - беҙҙең халыҡтың боронғо һөнәр-кәсептәренең береһе ул. Уны кәзә мамығынан да, һарыҡ, дөйә йөнөнән дә, ат ҡылынан да, хатта киндер, кесерткән кеүек тәбиғи материалдарҙан еп эшләп, һуҡҡандар. 

Турпыша, аҫалы, буй балаҫ  кеүек ҡаралты матурлыҡ, байлыҡ күрһәткесе булған. 

Аҫалы тигән һүҙ - биҙәкле тигәнде аңлата. 

 

Аҫалы балаҫ оҫтаһы
Аҫалы балаҫ оҫтаһы
Автор:Айгөл Айытҡолова
Читайте нас