Мораҙым
+24 °С
Ямғыр
МӘҘӘНИӘТ
3 Март 2022, 06:21

"Миңә ауыл тамашасыһы яҡын"

Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, йырсы Ғәзим Ильясовтың исемен һуңғы осорҙа радио йә телевидениела ғына ишетергә тура килде. Быға, белеп тораһығыҙ, киҙеү сикләүҙәре  сәбәпсе. Элекке шығырым тулы залдарҙы, ҡайнар алҡышлаған тамашасыларҙы һағынып, Ғәзим Ғәлим улы менән һөйләшеп алдыҡ.  - Миңә ауыл тамашасыһы яҡын. Ауыл сәхнәһендә йырсы менән тамашасы араһында рухи бәйләнеш көслө. Ҡул сабыуҙарында ғына ла  уларҙың бөтә булмышы сағыла бит. Йырың йөрәктәренә үтеп ингәнлеген уларҙың күҙ –ҡараштарынан ғына ла тойорға була. Һинең менән ҡуш моңланалар, һинең менән ҡуша шатланалар. Эсендәге –тышында ауыл кешеһенең. Самимилыҡ ярылып ята, - ти йырсы. Тулы мәҡәлә - район гәзитендә.

"Миңә ауыл тамашасыһы яҡын""Миңә ауыл тамашасыһы яҡын"
"Миңә ауыл тамашасыһы яҡын"

"...Нисек кенә сәйер яңғырамаһын, айырыла. Хатта ҡала менән төпкөл ауыл тамашасыһы айырылған кеүек тип әйтер инем. Сит өлкәләрҙә йәшәгән милләттәштәр халыҡ йырҙарына, ҡурай моңдарына ныҡ һыуһап йәшәй. Яҙмыш ҡушыуы буйынса ситкә һибелгән милләттәштәребеҙҙең тотош бер зал булып тупланыуы үҙе бер мәртәбә. Һағынып көтөп алалар улар беҙҙең гастролдәрҙе. Силәбе, Пермь, Ырымбур, Ҡурған өлкәләрендә, Ижевск, Сорғот һәм башҡа яҡтарҙа (ҡайҙа башҡорттар йәшәй, шунда) булдыҡ. Әле бына сикләүҙәр булғас, сит төбәктәрҙә йәшәгән башҡорттарымды күрергә үҙем дә зар-интизар булып бөттөм. Халҡыбыҙға хас булған ҡунаҡсыллыҡ, алсаҡлыҡ, ихласлыҡ уларҙа ап-асыҡ ярылып ята. Бәләкәй ауылдарҙа халыҡ шулай боҙолмаған, үҙенең ябайлығы, эскерһеҙлеге менән арбай. Һый-ниғмәттән һығылып торған ҡунаҡ өҫтәлдәрен генә әйтәйек! Бишбармаҡтар бешереп кенә ҡаршы алалар улар Башҡортостандан килеүселәрҙе! Башҡортлоҡтоң ҡәҙерен белеп, хөрмәт күрһәтеүҙәре айырыуса тулҡынландырғыс. Милли асылыбыҙҙы тойоу өсөн генә лә сит ҡитғаларға китеү кәрәк икән тип уйлап ҡуяһың  ирекһеҙҙән. Бәләкәй, төпкөл ауыл тамашасыһы һымаҡ улар. Ауыл сәхнәһендә йырсы менән тамашасы араһында рухи бәйләнеш көслө. Ҡул сабыуҙарында ғына ла  уларҙың бөтә булмышы сағыла бит. Йырың йөрәктәренә үтеп ингәнлеген уларҙың күҙ –ҡараштарынан ғына ла тойорға була. Һинең менән ҡуш моңланалар, һинең менән ҡуша шатланалар. Эсендәге –тышында ауыл кешеһенең. Самимилыҡ ярылып ята. Район үҙәктәрендә, ҙурыраҡ ауылдарҙа алсаҡлыҡ ул хәтлем һиҙелмәй..."

"Миңә ауыл тамашасыһы яҡын"
"Миңә ауыл тамашасыһы яҡын"
Автор:Айгөл Айытҡолова
Читайте нас