Мораҙым
+22 °С
Ямғыр
МӘҘӘНИӘТ
22 Февраль 2022, 14:25

"Зарница" ойошторолоуға - 55 йыл

Урта һәм оло быуын вәкилдәре яҡшы хәтерләйҙер: элек һәр мәктәптә ҡыш аҙағында “Зарница” тип аталған хәрби-патриотик уйын үтә торғайны. Балаларҙың илһөйәрлек рухын үҫтереүҙә, уларҙа физик яҡтан көслө булыу, таһыллыҡ, етеҙлек берҙәмлек кеүек сифаттар тәрбиәләүҙә “Зарница” ҙур роль уйнаны.  “Айыҡ ауыл” республика конкурсында ҡатнашҡан Сәлих ауылында бөгөн нәҡ шул “Зарница” уйыны уҙҙы.  Унда йәштәр һәм урта, оло йәштәге ир-егеттәр һәм ҡатын-ҡыҙҙар ҡатнашты. Уларҙы район хакимиәте башлығы вазифаһын башҡарыусы Азамат Сәйфуллин, Исем ауыл биләмәһе башлығы Юлиә Хренова тәбрикләне. ДОСААФ ойошмаһының урындағы бүлексәһе хеҙмәткәрҙәре сарала ҡатнашыусыларҙы һалдат бутҡаһы менән һыйланы. Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре дәртле йыр-моңдар бүләк итте.  

"Зарница" ойошторолоуға - 55 йыл"Зарница" ойошторолоуға - 55 йыл

Автор:Гульназ Саитбатталова
Читайте нас